+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
5 Август 2022, 16:00

Ғәләмәт бит

Был хәл Бангладешта була. Бер ҡатын бер ай эсендә ике тапҡыр бала тапҡан. Игеҙәктәрҙең донъяға килеү ваҡыты араһындағы айырма — 26 көн.

Ғәләмәт бит
Ғәләмәт бит

20 йәшлек әсә ай аҙағында тәүге балаһын таба. Табиптар ҡатындың организмындағы аномалияны шәйләмәй, икенсе бала ятҡылығында бала барлығын башына ла килтермәй. Бер ай самаһы үткәс, ҡатынды йәнә тулғаҡ тота башлай, ашығыс рәүештә дауаханаға килтерәләр. Операция ярҙамында йәнә ҡыҙ һәм малай донъяға килә.
Йәш әсәне был хәл әллә ни ҡыуандырмай, сөнки иренең эш хаҡы бәләкәй, оло ғаиләне аҫрау ҡыйынға тура киләсәк. Әммә атай кеше мөғжизәгә бик шат, балалары өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙер.

Фото: https://sibmama.ru/troynya-za-mesyaz.htm

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: