+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
28 Август 2022, 16:00

Иренә һөйәркә эҙләп тапҡан

Таиландта йәшәүсе 44 йәшлек  Паттима Tik-Tok-та иренә һөйәркә вакансияһы тураһында видео урынлаштырған. Кандидаттарға күп һанлы талаптар ҙа ҡуйылған.

Иренә һөйәркә эҙләп тапҡан
Иренә һөйәркә эҙләп тапҡан

30 – 35 йәштәрҙәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың юғары белемдәре, ғилми дәрәжәләре, ВИЧ менән ауырымау тураһында белешмәләре булырға тейеш. Һөйәркәгә 15 мең бат (25 мең һум) хеҙмәт хаҡы, бушлай ашау һәм йәшәү вәғәҙә ителгән.

“Ике хеҙмәткәр офиста документтар менән эш итер өсөн ялланасаҡ, тағы береһе ирем, балабыҙ һәм мине ҡарарға тейеш буласаҡ”, – тигән Паттима һәм иренең һөйәркәләренә һәйбәт мөнәсәбәттә буласағын да әйткән.

“Мин иремә кем менән йоҡларға һәм йәшәргә икәнлекте һайларға мөмкинлек бирәм. Бер ниндәй ҙә расписание булмаясаҡ, ул үҙаллы һайлаясаҡ”, – ти ирҙең законлы ҡатыны.

Видео 56 мең лайк һәм ике мең комментарий йыйған. Һөҙөмтәлә ир менән ҡатын 33 йәшлек ҡатынды һөйәркә итеп яллаған...

Һуңғараҡ ҡатын һөйәркәнең ире талаптарына бигүк тап килмәүен һөйләй. Һәм тәүҙә был вакансияғка өс кандидат эҙләүен иғлан итһә лә, берәүһен яллағас, вакансины япҡандар.

Фото: https://inbusiness.kz/ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: