-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
31 Август 2022, 11:00

Нервыларҙы тынысландыра

Ҡайһы бер төҫтәрҙең ғәжәйеп көскә эйә булыуын белә инегеҙме? Англияның “Норвич Сити” футбол клубы директоры бер интервьюһында үҙҙәренә ҡунаҡҡа килгән командалар уйынсыларының сисенеп-кейенеү бүлмәһенең алһыу төҫтәргә буялыуы хаҡында белдергән.

Нервыларҙы тынысландыра
Нервыларҙы тынысландыра

Футболсыларҙың барыһының да ир-егеттәр икәнен иҫәпкә алһаң, был ғәжәп бит! Баҡһаң, ул махсус шулай эшләнгән икән: ярышташтарында тестостерон күләмен кәметеп, көрәшеү һәм еңеү теләген юҡҡа сығарыр өсөн.

Алһыу төҫтөң тынысландырыусы көскә эйә булыуына күптәр ышана. Ҡайһы бер илдә тотҡондарҙың агрессияһын аҙайтыр өсөн төрмә диуарҙарын был төҫкә буяйҙар. Ә Американың Гровтаун ҡалаһында тотҡондар алһыу униформа кейә.

Был төҫтөң еңелсә транквилизатор булыуы хаҡында 1979 йылда уҡ биохимик Александр Шаусс белдергән. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса, алһыу төҫтөң агрессияны кәметә торған көсө 10 -15 минуттан башлана. Шуға күрә күңелендә борсолоуҙары булғандарға бер аҙ ваҡытҡа алһыу төҫлө бүлмәгә инеп ултырырға кәңәш ителә.

Фото: million-wallpapers.ru      

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: