+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
19 Сентябрь 2022, 14:00

Баҙарҙа үҙеңә ир һатып алырға мөмкин...

Инде 700 йылдан ашыу Һиндостандың Бихар штатында кейәүҙәр һатыу буйынса баҙар ойошторола, унда ҡатын-ҡыҙҙар һәм уларҙың ғаиләләре ир-егеттәрҙе һатып алырға килә.

Баҙарҙа үҙеңә ир һатып алырға мөмкин...
Баҙарҙа үҙеңә ир һатып алырға мөмкин...

Меңләгән ир-егет Мадхубани районының урындағы баҙарында Пипал ағастары аҫтына йыйыла һәм уларҙы буласаҡ кәләштәр ҡасан һайлап аласағын көтә.

Саурат Мела һәм Сабхагачхи тип аталған кейәүҙәр баҙарына, фаразлауынса, ҡатын-ҡыҙҙарға төрлө социаль төркөмдәрҙән ир табыу еңелерәк булһын өсөн Карнат династияһынан ете йөҙ йылдар элек Раджа Хари Сингх нигеҙ һалған. Һәр кейәүҙең хаҡы уның мөмкинлектәренә, шул иҫәптән белем дәрәжәһенә һәм ғаилә торошона ҡарап билдәләнә.

Күптән түгел AI Jazeera телеканалы Бихарҙағы кейәүҙәр баҙарын төшөргән. Улар әйтеүенсә, инженерҙар, табиптар һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәре иң ҙур ихтыяж менән файҙалана. Шулай ук йәш кейәү эҙләүселәр ҙә күп икән.

 “Кызыл таң” гәзитенән.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: