Бер ваҡыт ул шундай уйға килгән: “Был әрәмтамаҡ ҡарсыҡты шайтан упҡынына алып барып ташларға кәрәк”. Шунан әсәһен кәрәкмәгән ярыҡ ялғашҡа ултыртҡан да теге соҡорға алып киткән. Йөк тартырға ярҙамлашыр тип, кесе малайын да эйәрткән.
Шайтан упҡынына төнләтеп кенә килеп еткәндәр. Һаранбай ялғашты түбәнгә этеп төшөрә башлағас, улы:
- Атай, ялғашын төшөрмә, кире алып ҡайтайыҡ, тип ҡысҡырып ебәргән.
- Нимәгә ул һиңә ярыҡ ялғаш?
-Бәй, үҙең ҡартайғас, мин һине был упҡынға нимә менән килтереп ташлармын һуң?
Һаранбайҙың сәстәре үрә торған.
“Ысынлап та, шулай була ҡалһа, эш харап бит”, - тип уйлаған һәм әсәһен кире алып ҡайтып ҡәҙер-хөрмәт итә башлаған.
Фото: stihi.ru