+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
26 Сентябрь 2022, 17:00

Бутерброд тәмле булдымы?

Мәскәүҙә йәшәүсе  бер егет “TikTok” платформаһында күреп, бутерброд әҙерләүҙең ғәҙәти булмаған ысулын ҡабатларға маташа. Эйе, ысынлап та, ул тамашасылар иғтибарынан ситтә ҡалмай.

Бутерброд тәмле булдымы?
Бутерброд тәмле булдымы?

Сөнки эксперимент уңышһыҙ үтә һәм шартлау менән тамамлана. Эш былай була: икмәктә газ горелкаһы ярҙамында сыр иретергә. Әммә процесс барышында нимәлер яңылыш булып китә - газ баллонына ут ҡабына. Егет баллонды ваннаға ырғытып өлгөргән һәм уның артынса шартлау яңғыраған. Бәхеткә күрә, блогер үҙе лә, бергә йәшәгән ҡатыны ла зыян күрмәгән, әммә хәҙер ваннаға ремонт эшләргә тура киләсәк. Сығанаҡта белдереүҙәренсә, полиция ваҡиға буйынса тикшереү башлаған да инде.

Фото: https://www.msk.kp.ru/online/news/4911255/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: