+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
2 Ноябрь 2022, 13:00

Алтын балыҡ тотҡан

Миссуриҙа йәшәүсе Холли Хаддан ғаиләһе менән балыҡ ҡармаҡларға килә һәм уйламағанда алтын төҫтәгеһен ҡаптыра.

Алтын балыҡ тотҡан
Алтын балыҡ тотҡан

Улар был быуала оҙаҡ йылдар балыҡ тотҡан, ләкин бер ҡасан да бындай табышҡа юлыҡмаған. Ҡыҙыҡһынып, Холли балыҡты тәбиғәтте һаҡлау департаментына алып килә. Белгестәр унда һирәк осраған генетик ауырыу булыуын асыҡлай. Был ауырыу хайуандарҙа һәм балыҡтарҙа һары, йәки ҡыҙғылт-һары пигментлашыуға килтерә икән.

Фото: https://translated.turbopages.org/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: