Фермер әйтеүенсә, фермала йәмғеһе 34 загон бар, әммә был хәл 13-сө загонда ғына күҙәтелә. Уларҙың йөрөшөнөң дә үҙ тәртибе бар бит әле. Тәүҙә сәғәт теле буйлап бер нисәүһе хәрәкәт итә башлай, һуңыраҡ уларға башҡалар ҙа ҡушыла.
Әлбиттә, бик күптәр һарыҡтарҙың был сәйер ҡыланышын ауырыу тип фаразлай. Листероз йә иһә үҙәк нерв системаһын зарарлай торған ауырыу, тип диагноз ҡуйыусылар ҙа бар. Ләкин фермер Мяо белдереүенсә, малҡайҙар ауырыуға бер ҙә оҡшамаған, улар сәләмәт, яҡшы туҡлана һәм кәрәкле витаминдар ҙа ала.
Ҡыҫҡаһы, ғәжәп күренеш...
Фото: news.myseldon.com