Йәнәһе, баҡалар араһында туй эшләһәң – ямғыр килтерә тигән был инаныуҙы ваҡыт һынаған, тигән йоланы ойоштороусылар. Һиндтар яңы “өйләнешкән пар”ҙың бергә йәшәмәйәсәген аңлаһа ла, баҡа туйын күрергә йөҙҙәрсә тамашасы йыйыла. Монахтар төркөмө ғибәҙәттәр йырлай, һуңынан йолала ҡатнашыусылар мул һыйлы табын ойоштора.
Икенсе көндө, метеорологик хеҙмәт илдең ҡайһы бер төбәктәрендә, шул иҫәптә Горакхпурҙа ла, көслө ямғыр яуасағы хаҡында әйткән. Һауа температураһы аҙна буйына 30 градус тирәһе торһа ла, метеорологтар көслө ямғырҙар һәм юғары дымлылыҡ вәғәҙә иткән, имеш.
Фото: https://news.rambler.ru/