-6 °С
Болотло
Башҡа патологияһыҙ, ваҡытында тыуған ҡыҙҙа ул тыумыштан була, ләкин ошо ваҡыт эсендә ҡойроҡ 8 миллиметрға үҫә. Баланың ҡалған сәләмәтлек кәрһәткестәре барыһы ла һәйбәт. Ата-әсәһенә яҡынса 30 йәш тирәһе, тәүге улдары һау-сәләмәт
Тейешле тикшеренеүҙәр үткәргәс, белгестәр ҡыҙыҡайға операция эшләргә ҡарар ҡабул итә. Ампутациялау наркоз аҫтында уңышлы башҡарыла. Сабыйҙы көнөндә үк дауаханан өйгә ҡайтаралар.
Кешелә ҡойроҡ үҫеп сығыу һирәк күренеш. 2017 йылға тиклем шундай 195 осраҡ теркәлгән. Иң оҙоно – 20 сантиметрлыҡ. Ғәҙәттә, ир-балаларҙа йышыраҡ осрай икән.
Фото: https://www.gazeta.ru/