+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
3 Декабрь 2022, 14:00

Өй эйәһе кәңәше буйынса...

Төньяҡ Каролинала йәшәүсе (АҠШ) Стефани Израэль йоҡларға ятырға әҙерләнеп йөрөгәндә компьютерын ҡабыҙып, лоторея билеты һатып алырға була. Быны ул, йәнәһе, өй эйәһе ҡушыуы ҡушыуы буйынса башҡара.

Өй эйәһе кәңәше буйынса...
Өй эйәһе кәңәше буйынса...

Стефани билетты уйын бөтөүгә бер нисә минут ҡалғанда эләктереп ҡалырға өлгөрә. Ә инде икенсе көндө иртә менән ҡатын үҙен отош көткәнен белә. Ул 501544 доллар отҡан булып сыға.

Бындай шатлыҡлы хәбәрҙе белгәс, ҡатын 20 минут тирәһе һөйләшер хәлдә булмай. Ул бары тик ҡысҡыра ғына һәм бер ни ҙә белмәгән, аңламаған яҡындарын ҡурҡыуға һала. Отҡан аҡсаға Стефани бизнесын киңәйтергә уйлай. Был тиклем аҡса отһаң, ҡысҡырырһың да!

Фото: https://lenta.ru/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: