Шулай уҡ кешегә ен ҡағылырға ла мөмкин. Был осраҡта уның күҙендә нур булмай. Айырыуса йәш ҡатын-ҡыҙҙарға ҡурҡыныс был. Уларға ен ҡағылған булһа, туған баланан кешенең боҙомон сығарыу бик ауыр. Яңы ғына эшләнгән сихырҙы сығарыу бик еңел.
Ендәр – сихырсыларҙың ялсылары. Кешегә уның ҡушыуы буйынса инәләр. Кемдеңдер ғаиләһен боҙалар, кемделер эсеүгә, ә кемделер ауырыуға һабыштыралар, эштәре алға барған кешенең эше бармай башлай. Матур кешегә ен ғашиҡ булып та керә, ҡайһы берҙәре һылыулығынан көнләшеп, уны йәмһеҙләр өсөн керҙем, ти.
Боҙомдо сығарғас, ул сихырсының үҙенә, йәки уны кем керткән шуға ҡайта. Шуның өсөн дә улар боҙом яһатырға һорап килгән кешегә, сихырҙы сығара ҡалһалар тип, уны “заказсыға” ҡайтарырлыҡ итеп эшләйҙәр, йәғни яһатҡан кешегә ҡайта. Сихырсылар – шайтандарға иманын һатҡан кешеләр, улар боҙом яһамай торһа, үҙҙәре ауырый башлай. Яҡты донъя менән хушлашҡанда ла тиҙ генә йән бирә алмай интегеп, яфаланып үлә, – ти ул.
Фото: magiyamaster.ru
https://kiziltan.ru/articles/donja/2022-08-16/siherchel-r-an-bir-almyy-integ-di-2910926