Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡыҙыҡай осраҡлы ғына көмөшкә эскән. Уның туғаны аңлатыуынса, спиртлы эсемлек “Кола” шешәһенә ҡойолоп, һыуытҡысҡа ҡуйылған булған. Ә ҡыҙыҡай, уны теге тәмле һыу тип эсергә уйлаған. Баланың хәле насарайып, дауаханаға ятырға тура килгән.
Ғаилә имен тип иҫәпләнә, иҫәптә тормай. Әле хоҡуҡ һаҡлаусылар ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.