Ҡоштарҙың ҙур төркөмдәргә бүленеп, үҙ-ара координацияланған хәрәкәттәр яһап осоуы, ҙур геометрик фигуралар барлыҡҡа килтереүе мурмурация тип атала. Был күренеште күпселек осраҡта сыйырсыҡтар барлыҡҡа килтерә. Улар ун меңләп ҡоштан торған төркөмгә берләшеп, сәғәтенә 40 километр тиҙлек менән хәрәкәт итә.
Мурмурация ваҡытында ҡоштар өйөрө формалашыу механизмы балыҡтарҙың бик ҙур төркөмгә ойошоуына оҡшаш. Белгестәр фекеренсә, ҡоштар ҙа, балыҡтар ҙа именлек һаҡлау өсөн шул рәүешле хәрәкәт итә. Ҡоштар шул рәүешле йыртҡыстарҙан ҡаса. Ә был күренештән йыртҡыстар үҙҙәре лә ҡурғыуға ҡала, хатта.
Фото: vsegda-pomnim.com