+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
28 Декабрь 2022, 15:00

Күҙ тейеүҙе нисек бөтөрөргә?

Күҙ тейеүҙең ысынлап та барлығын ғалимдар ҙа раҫлай. Ә халыҡ унан ҡотолоу юлдарын борондан уҡ белгән булған. Һеҙгә ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған бер нисәһен тәҡдим итәбеҙ.

Күҙ тейеүҙе нисек бөтөрөргә?
Күҙ тейеүҙе нисек бөтөрөргә?

Күҙле бәшмәк алына, йә шикле кешенең кейем киҫәге. Яндырып баланың баш осонда тотола. (Малға ла шулай ителә). Имеш, сөскөрһә, кеше тиҙ һауыға.

Күҙе тейгәндең күҙе китһен,

Теле тейгәндең теле китһен.

Зәңгәр күҙҙән, ҡара күҙҙән,

Һоро күҙҙән

Төҫ-төҫ.

Минең ҡулым түгел,

Ғәйшә Батман ҡулы.

Бөтһөн дә китһен,

Име-томо шул булһын!

Балаға күҙ тимәһен өсөн тәүҙә уның аяҡ бармаҡтарына ҡарарға кәрәк.

Күҙ тейгәндә төтәҫләү

Бер бәшмәк алына, иҫке-моҫҡо сепрәк. Бәшмәкте шул сепрәккә урап, шырпы менән төтәҫләп, күҙ тейгән кеше алдында шундай һүҙҙәр әйтеп йөрөйҙәр: “Төтөҫ, төтәҫ ҡатындан, ҡыҙҙан, зәңгәр күҙҙән, ҡара күҙҙән, йәшел күҙҙән, егеттәрҙән, ҡыҙҙарҙан, ҡарттарҙан, йәштәрҙән – тьфү, тьфү; урыҫтан, мәрйәнән – тьфү, тьфү. Бөтһөн китһен – тьфү, тьфү!

Фото: reikiterehova.blogspot.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: