-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
11 Ғинуар 2023, 14:00

Йөҙөүсе ҡала төҙөлә

Сауд Ғәрәбстанында “Пангеос” (Pangeos) тип аталған ҙур, һигеҙ миллиард долларға баһаланған яхта төҙөләсәк.

Йөҙөүсе ҡала төҙөлә
Йөҙөүсе ҡала төҙөлә

Яңы проект ташбаҡа рәүешендә һәм 60 мең кешене һыйҙыра. Дизайнерҙар билдәләп үтеүенсә, футуристик йөҙөүсе ҡала донъяла төҙөлгән иң ҙур ҡоролма буласаҡ, сөнки уның оҙонлоғо 550 метр тәшкил итеп, киңлеге 610 метр буласаҡ. Уны ғәмәлгә ашырыу ваҡыты – һигеҙ йыл.

“Пангеос” һәр ҡайһыһы 16800 ат көсөндәге 9 “HTS” двигателе менән йыһазландырыла, максималь тиҙлеге – 5 быуын (узел – сәғәтенә 9,2 километр), энергия океан тулҡындарынан һәм түбәләргә урынлаштырылған ҡояш панелдәренән алынасаҡ.

 Фото: pixabay.com.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: