-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
6 Март 2023, 17:00

Һөт һәм һыуҙы ҡаплап ҡуйырға кәрәк!

Был хәл күптән булған. Ул ваҡытта ауылдарҙа бала тыуҙырыу эше менән кендек инәйҙәре шөғөлләнгән. Бер ваҡыт төн уртаһында кендек әбейенең ишеген ҡағалар, күтәрмәлә бик бай кейемле ир баҫып торған. Уның ҡатынына бала табышыуҙа ярҙам кәрәк булған. Кендек әбейе ризалашып, уға эйәреп сығып китә. Ай яҡтыһында ул был ирҙең тояҡтарын һәм ҡойроғон күреп ҡала.

Һөт һәм һыуҙы ҡаплап ҡуйырға кәрәк!
Һөт һәм һыуҙы ҡаплап ҡуйырға кәрәк!

Ләкин кире боролорға һуң була, ҡурҡыуынан ул эйәреп барыуын дауам итә. Күп тә үтмәй улар бик бай йортҡа барып инә. Кендек инәһе бала тыуҙырыуҙа ярҙам итә, тик уны эйәртеп килгән ир юҡҡа сыға. Эш барышында һыу кәрәк була, йортта таба алмағас, ул соланға сығып, бер биҙрә шыйыҡса ултырғанын күрә лә уны алып инә. Ул һөт була. Баланы шунда йыуып, инәй эшен тамамлап ҡайтырға була, шул арала йорт хужаһы ла пәйҙә була. Әбей балдағын һөтлө биҙрәгә һалып ҡалдыра. Имеш, уны йәнә саҡыртһалар ул күҙәтеп, был йорттоң ҡайһыһы буласағын асыҡлай аласаҡ. Тояҡлы хужа әбейҙе осортоп тиерлек өйөнә кире оҙатып ҡуя. Ҡарсыҡты килене иртән сәйгә саҡыра. Шунда ул килененең һөт һөҙгәндә үҙенең балдағын табыуын күрә. Әлеге хәлдән һуң килен һөт һалынған һауытты асыҡ ҡалдырмаҫҡа кәрәклеген аңлай. Шуға ла беҙҙең мосолманда борон-борондан һөт һәм һыуҙы ҡаплап ҡуйырға кәңәш итәләр.

Фото: sakhaday.ru

https://tulpar.info/news/khikm-ti-d-nya/2022-04-07/s-t-m-suny-kaplap-kuyarga-kir-k-2760589

Автор:
Читайте нас: