*Бер аш ҡашығы крахмалды йылы һыуҙа ебетергә, өҫтөнә туғланған бер йомортҡа ағы һәм бер нисә тамсы лимон һуты ҡушырға.
*1 сәй ҡалағы тоҙ һәм 1 аш ҡашығы крахмалды йылы һөттә бутҡа хәленә килгәнсе шыйыҡларға. Массаға 1 сәй ҡалағы бал өҫтәргә. Был ҡатнашманы скраб урынына ҡулланырға була.
*Бер аш ҡашығы крахмалды шул уҡ күләмдә кефирҙа болғатырға, шуға бер йомортҡа ағы ҡушырға. Был маска йыйырсыҡтарҙы ғына бөтөрөп ҡалмай, биттең тонусын да күтәрә.
Маскалар таҙа биткә эшләнә һәм уны 30-40 минут тоторға кәңәш ителә. Бындай битлектәрҙе аҙнаһына 3-4 тапҡыр эшләһәң һәйбәт була.
Фото: lediveka.ru