Борон-борон заманда әҙәм балаһының осоп йөрөй алыуы риүәйәттәрҙә, әкиәттәрҙә теркәлеп ҡалған. Был уйҙырма түгел, кеше элек, ысынлап та, ундай һәләткә эйә булған, күрәһең.
Әйтәйек, Тибеттағы Шигаузе ҡалаһынан алыҫ булмаған бер ерҙә Шаму монастыре бар. Унда йәшәүсе буддист-монахтар кешенең йәшерен һәләтен асыу серҙәрен белә. Әгәр ҙә кеше унда ҡабул ителеп, өс йыл, өс ай һәм өс көн дауамында махсус әҙерлек үтһә, ул үҙенең тән ауырлығын бөтөрөү һәләтенә ирешергә мөмкин икән. Шул сәбәпле Шаму монастыре монахтары, тейер-теймәҫ кенә атлап, ярым осоп, көнөнә 300 саҡрым юл үтә ала, ти. Ә был ара ете марафон дистанцияһын тәшкил итә. Уны, ябай кеше бер нисек тә булдыра алмай.
Фото: liveinternet.ru
М. Вафин.