Ҡайтырға сыҡҡас, бабайы: “Һин ҡайта тор, мин клубҡа кино ҡарарға барам”, – тип клубҡа китә. Ә ҡатынға ҡайтыр өсөн күпер аша үтергә тура килә. Ул саҡта күпер бик туҙған, тишек тә, ярыҡ ине, һыуыҡҡа сыҡҡас, был иҫереп китә һәм күпер аҫтына ҡолап төшә. Әллә йоҡлап киткән, әллә иҫтән яҙған (күпер бейек кенә).
“Уянып китһәм – ҡараңғы, һыуыҡ ерҙә ятам, үлгәнмен икән. Ҡәберҙә ятам бит, тип уйлайым. Бер ваҡыт дөбөр-шатыр тауыш килә. Эһе, мөнкир-нәнкирҙәр һорау алырға киләләр икән, тип ятһам, таһырлап үтеп киттеләр. Шунан ҡыҙҙар көлгән тауыш ишеттем. Эһе, хур ҡыҙҙары икән, тип уйлайым. Шунан малайҙар көлгән тауыш ишетелде. Ни булһа ла булһын тинем дә, “Мине алығыҙ!” – тип ҡысҡырҙым. Теге егет менән ҡыҙ минең янға ҡурҡа-ҡурҡа ғына килделәр ҙә: “Ни эшләп бында ятаһың?” – тиҙәр.
Ул ваҡытта урамда түгел, өйҙә лә свет юҡ, шәм менән йәшәгән саҡ. Көҙгө төн бик ҡараңғы, өйҙөң ҡайһы яҡта икәнен дә хәтерләй алмайым. Бабайҙың исемен әйткәс, мине юлға сығарып ҡайтарып ебәрҙеләр”, – тип һөйләй һуңынан был ҡатын. Шунан йәштәр бабайына барып: “Ни эшләп ултыраһың, әбейең күпер аҫтында ята”, – тиһәләр, бабайы: “ятһын, унда ышыҡ ул”, – тип тик ултыра ти.
Был хәлде әбейебеҙ: “Бер үк кешегә һөйләй күрмәгеҙ, әтеү көлөрҙәр”, – тип беҙҙә ултырғанда һөйләп көлдөрҙө. Ә беҙ –бындағы кешеләр: “Нисәмә ҡолаҡ ишетте бит инде”, – тиһәк, “былар кешеме ни, ҡунаҡтар бит!” – тип тағы көлдөрҙө. Шунан һуң башҡа мәжлестәргә барһаҡ: “Ҡайтыр юлыңды самала”, – тип, был хәлде оҙаҡ ваҡыт иҫләп йөрөнөк. Бына шулай, ҡарһыҙ ҡара ерҙең мажараһы. Хәҙер улар барыһы ла баҡыйлыҡта инде, йәндәре йәннәттә булһын. (Ә таһырлап үтеп киткән нәнкир-мөнкир тигәне арбаға егелгән ат булған.)