Ҡара төндә йөрөмә!
Йәш саҡтараҡ бер егет менән танышҡайным. Холҡо һәйбәт булһа ла, тора-бара бының эсергә яратҡанын белдем. Йыш ҡырын тейәп килә башлағас, ауыр булһа ла араны өҙөргә булдым. Етмәһә, йүнләп бер ҡайҙа ла эшләй алмай икән үҙе. Июль айының эҫе, томра бер төнөндә кеҫә телефоным шылтыраны. Егет йоратым икән. Бер сәғәттән мин килеп етәм, сығырһың әле, ти. Мин, төн бит инде, тип әйтеп ҡарайым, юҡ, әле осрашырға кәрәк, әйтәсәк мөһим һүҙҙәрем бар, ти. Ярата инем шул һаман, онота алмай йонсоған сағым. Биҙәнә-төҙәнә башланым.. Өйҙә кеше күмәк кенә. Туғандар килеп төшкәйне. Улар әрләй, төндә ҡайҙа бараһың, тип. Тыңламайым. Эҫелектән интегеп, улар ҙа йоҡлай алмай ята. Бер егерме-утыҙлап минут үткәс, тағы телефон шылтыраны.
– Мин килеп етер саҡта тағы ла шылтыратырмын, – ти егетем. Яйлап эргәлә генә торған һәйкәл эргәһенә барып торорға ҡуша.
Төн булһа ла матур күренергә кәрәк бит инде.
Биткә пудра һылайым. Ул арала апайым, сәй эсәм, тип тороп йөрөй башланы. Бүлмә бәләкәй булғас ни, әйбер-фәләнгә бәрелмәйенсә йөрөп булмай. Апайым кейем шкафының тышында сөйҙә эленеп торған ниҙер тултырылған бер һәлмәк кенә тоҡсайға ҡағылды. ҡағылғас, физика ҡанундарына ярашлы, әлбиттә, тоҡсай бер аҙ һелкенеп торҙо. Ләкин, бер аҙҙан ниндәйҙер хәрәкәт иғтибарымды йәлеп иткәс, ҡарап ебәрһәм, тоҡсай һаман да һелкенә!
Аптыраным. Апайым да был күренешкә шаҡ ҡатҡан. Туҡтамай ҙа! Уның һелкенеүен мин «юҡ!» тип баш сайҡағанға оҡшата башланым бер мәл. Ысынлап та, нимәнәндер баш тартырға ҡушҡан кеүек ине ул. ҡурҡыныс булып китте.
Егетем дә ниңәлер шылтыратмай, мин шылтыратһам – бәйләнеш юҡ. Тағы ла дуҫтары менән сығып киткәндер, һәр ваҡыттағыса, тип фараз ҡылдым. Таңға тиклем көтһәм дә унан башҡаса хәбәр булманы.
Иртәгәһенә белдем: һәйкәл янына килеп етәрәк, бының ҡаршыһына өс әҙәм килеп сыҡҡан да, иң тәүҙә эсергәндәр, аҙаҡ һүҙгә килешеп, ныҡ итеп туҡмап, аҡсаһын, кеҫә телефонын, курткаһын һалдырып алғандар, ә был иҫерек булғас, ҡайҙа йығылған, шунда ятып йоҡлап киткән.
Шулай итеп, тоҡсайҙың сайҡалыуын ниндәйҙер көстөң тышҡа сығыуҙан баш тартырға кәрәклеген, бәлә буласағын иҫкәртеүе кеүек ҡабул итергә генә ҡала.
Эйе, асылмаған серҙәр бихисап был йыһанда. Кем белә, бәлки, әллә ҡасан беҙҙе яҡты донъяны ташлап киткән ғәзиздәребеҙ шулай төрлө бәләләрҙән ҡурсаларға тырышалыр. Ә бәлки, изге фәрештәләр, ниндәйҙер юғары көс ярҙамға киләлер…
Миңзилә ХӘКИМОВА.
Фото: moda-beauty.ru