Йәндәр һәм өрәктәр тураһында уйҙырма, легенда бихисап. Улар араһында ысындары ла етерлек.
Ауылда бер әбей үлә. Ул бар мөлкәтен һәм өйөн ҡалала йәшәүсе берҙән-бер ҡыҙына васыят итеп ҡалдырған була. ҡыҙы, йортто тәртипкә килтергәнсе тип, ваҡытлыса ауылда торорға ҡарар итә. Бер мәл төн уртаһында уянып китһә, яңы күлдәк кейгән әсәһе уға текләп ҡарағанын күрә.
– Әсәй, һин нимә? – ҡото алынған ҡатын ҡысҡырғас, әсәһенең йәне уны ҡулы менән әйҙәп, мейескә күрһәтә.
Икенсе төндә лә шул хәл ҡабатлана. Шунан ҡатын әсәһе күрһәткән урындан кирбесте емерә. Ә унан ҡулъяулыҡҡа төрөлгән Николай батша заманындағы ун дүрт алтын тәңкә табыла. Ошо хәлдән һуң әсәһенең йәне ҡабаттан күренмәй.
Тағы ла бер осраҡ. Уйламағанда-көтмәгәндә бер ҡатын йәшләй генә вафат була. Уны ерләп бер нисә көн уҙғас, ул төн уртаһында йоҡлап ятҡан улы янына килә һәм шкафтың башына төртөп күрһәтә. Иртәнсәк улы шул урынды ҡараһа – шаҡ ҡата, унда ҙур суммаға кредит алыныу тураһындағы документ табыла. Баҡтиһәң, әсәһе ғаилә ағзаларына өндәшмәй генә кредит алған булған. ҡатындың рухы, бурыс ваҡытында ҡапланмаһа, артып китер, тип киҫәтергә тырышҡан.