– Бәхетле булығыҙ, йәштәр! – Ҡорған ғаиләгеҙ ныҡлы булһын, – тип, ЗАГС-тан сыҡҡандан һуң йәштәргә теләк теләп, дөгө, тәңкә һәм сәскә таждары һибеү йолаһы бар. Был яңы ғына барлыҡҡа килгән ғаиләгә мул тормош, байлыҡ вәғәҙәләй, имеш.
Туй көнөндә ямғыр һибәләп торһа, никах бәхетле булыр.
ЗАГС алдынан йәштәр кәнфит йә шоколад бүлешеп ашап ҡуйһа, уларҙың никахы татлы булыр.
ЗАГС-та йәштәрҙең береһе балдағын төшөрөп ебәрһә – айырылышыуға.
Күҙ теймәһен һәм көнсөл кешеләрҙән һаҡланыу өсөн туй көнөндә кейемгә булавка ҡуйырға кәңәш ителә.
Йәштәрҙең ғаиләһе ныҡлы һәм бәхетле булһын өсөн, туй көнөндә өйләнешеүселәрҙең араһынан бер кем дә үтеп-һүтеп йөрөмәһен.
Йәштәр балдаҡтары менән алышҡандан һуң, буш йөҙөк ҡумтаһын ҡыҙҙың әхирәте йәки егеттең дуҫы алһын, шулай эшләгәндә улар тиҙ арала кейәүгә сығасаҡ йәки кәләш аласаҡ.
Кәләш менән кейәү өсөн туй һынауы ла әҙерләнә. Йәштәрҙең кемеһе тәүгеләрҙән булып келәмгә баҫа, шул ғаиләлә баш буласаҡ. Был оло туй икмәгенә лә ҡағыла. Кемеһе икмәкте күберәк өҙөп ала, шул ғаилә менән идара итәсәк.
Г. Шәйхетдинова.
Фото: buketynevesty.ru