-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
18 Сентябрь , 14:30

Ришүәт

Таң менән эшкә ел­дерәм. Юл сатында, көтмәгәндә (көтһәң, улар булмай), ГАИ ма­ши­наһын шәйләп ҡал­дым.

Ришүәт
Ришүәт

Минән алда бер кем дә юҡ ине, хәҙер туҡ­татасаҡтар тип уйлап киләм. Ысынлап та, автоинспектор, таяғы менән һел­тәп, миңә юл ситенә күр­һәтте. Туҡ­та­ғас, документтарымды алып, уның яны­на сыҡтым. Тәҙрә аша ғына һөйлә­шергә әллә ниндәй текәлегем дә юҡ, өнәмәйем дә мин улай.
- Юл ҡағиҙәләрен боҙабыҙмы, ағай?! – ти был миңә исемләп тороп. Үҙен, исем-шәрифтәрен әйтһә лә, таныманым, йәштәрҙе ҡайҙан белеп бөтөрә­һең.
- Бер нәмә лә боҙманым шикелле, - тигән булам.
- Фарағыҙ янмай ине бит. Әйҙәгеҙ машинаға!
Унда, кабина эсен­дә, иптәше ултыра ине. Уныһы протокол төҙөп, 500 тәңкә штраф сәпәп, хә­йерле юл теләп сы­ғар­ҙы. Салт аяҙ ир­тәлә фара­ларҙы тоҡан­ дырырға онотҡанмын, иҫһеҙ.
Тышта, тәүге автоинспектор документтарымды ҡабаттан һорап алды. Та­ғы нимә кәрәк уға, тағы нимә ет­мәй? Шулай ҙа, башҡа бәйләнеп-нитеп торманы.
Машинама ултырғас, документтарымды рәтләп һалайым тиһәм, ара­һынан 500 һум аҡса килеп төштө. Элек унда бер тин дә юҡ ине бит. Ҡыҙыҡ, мине таныған, тик мин уны танымаған инспектор, әллә һалынған штраф өсөн үҙен ғәйепле һанап, миңә ришүәт бир­гән булып килеп сыға түгелме һуң?
Нимә эшләргә тип аптырап ултырам әле бына, кире сығарып бирергәме, юҡмы? Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?..
Мәүлит КӘРИМИ.

Автор:
Читайте нас: