-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
1 Октябрь , 18:00

Күңел бушлығын сихырсылар биләй

Беҙҙең әйләнә-тирәбеҙҙә көн дә ғәжәп хәлдәр булып тора. Ни өсөндөр кешеләр һәм уларҙың йәне камиллашыу юлынан ситкә тайпыла, әхлаҡлылыҡ берәүҙе лә ҡыҙыҡһындырмай, беҙҙең менән аралаша торған фәрештәләр ҙә күктән ергә төшөргә ашҡынып тормай. Бының яуабы ябай: кешелек көндән-көн үҙенең эске яҡтылығын баҫа, барлыҡҡа килгән бушлыҡты тышҡы донъялағы "шатлыҡтар" менән яһалма тултырырға маташа. Ҡайһы ваҡыт күңел бушлығы һәм һалҡынлығы, әйләнә-тирәләге тотороҡһоҙлоҡ төрлө психик сирҙәргә алып килә.

Күңел бушлығын сихырсылар биләй
Күңел бушлығын сихырсылар биләй

Социаль көйһөҙлөктәр, тотороҡһоҙлоҡ, эске ҡурҡыу һәм көйәләнеүҙәр, шулай уҡ психик өҙлөгөүҙәр етди проблемалар тыуҙыра. Ошондай хәлдә кеше төрлө хөрәфәттәргә бирелә, күрәҙәселәр, сихырсылар ярҙамына мөрәжәғәт итә. Сихыр тигән нәмә, ысынлап та, бар. Уның тәьҫир итеү көсө булыуы ла ғәжәп түгел. Берҙән, һәр кем дә логик һәм физик ҡанундар менән эш итә белмәй. Икенсенән, сихыр, башҡа тыйылған нәмәләр, наркотик, фәхишәлек, алкоголь кеүек үк, кеше күҙенән йәшерелмәгән, уның иманын һынау критерийы булып тора.
Сихыр менән алама кешеләр шөғөлләнә. Уға ҡаршы торорға мөмкин. Имам Әль - Әйни әйтеүенсә, сихырланыу кешегә ебәрелгән сирҙәрҙең береһе. Ул, башҡа сирҙәр кеүек үк, дауалана. Сихыр менән шөғөлләнгән кеше шайтан ялсыһына, Аллаһыҙға әйләнә. Аллаһы Тәғәлә боронғо халыҡтарҙың береһенә һынау өсөн Харут менән Марут тигән фәрештәләрҙе ебәрә. Улар теләгәндәрҙең барыһын да сихырға өйрәтә, ләкин һуңында шулай тип иҫкәртә: "Беҙ һеҙҙе был гонаһлы шөғөлгә өйрәтә алабыҙ, әммә һеҙҙең унан баш тартыу мөмкинлегегеҙ бар, һеҙҙе был гонаһҡа берәү ҙә мәжбүр итмәй. Был яуызлыҡҡа өйрәнеп һәм уны ғәмәлдә ҡулланып, Хоҙайға ышаныстан баш тартыусы булмағыҙ".
Ләкин шуныһы: Хоҙайға ышанаһың һәм Уның менән бәйләнешең көслө икән, һин Уның көсө һәм ҡеүәте менән сихырсынан һаҡлана алаһың. Имам Әль - Хаттаби әйткән: "Сихырсылар - улар тапҡыр һүҙле, көслө ихтыярлы һәм ут һынлы була. Улар шайтан менән бәйләнештә тора".
Бер саҡ Мөхәммәт бәйғәмбәрҙән сихырсылар тураһында һорағас, Ул: "Уларға бер ниндәй иғтибар ҙа бүлмәгеҙ", - ти. "О, Хоҙай илсеһе, ҡайһы саҡта ул сихырсылар әйткәндәр дөрөҫкә сыға бит", - тигәндәр тағы. Бәйғәмдәр шулай аңлатҡан: "Дөрөҫкә сыҡҡан мәғлүмәтте сихырсыға ен-шайтан еткерә. Бер үк ваҡытта сихырсы ул дөрөҫлөккә үҙенең меңләп алдағын ҡуша".
Һуңғы Бәйғәмбәр килгәнгә тиклем ен-шайтандар, ысынлап та, киләсәк тураһындағы мәғлүмәтте күктән "урлаша" алған. "Улар бер-береһенең өҫтөнә баҫып, баҫҡыс яһап, йыһанға бик бейеккә күтәрелгән. Алланың фәрештәләргә биргән фарманын тыңлап, ул мәғлүмәтте сылбырлап бер-береһенә тапшырған. Сылбырҙың һуңында торғаны мәғлүмәтте бер аҙ боҙоп, аштырып, сихырсыларға тапшыра торған булған".
Сатанизм өсөн был бик мөһим йүнәлеш була. Шайтан-Иблес үҙенең ҡолдары - ен-шайтандары аша бик күптәрҙе юлдан яҙҙыра, уларҙың иғтибарын Хоҙайҙан, Уның яҙғандарынан сихырсыларға һәм күрәҙәселәргә йүнәлтә. Күктән Ҡөрьән-Кәрим төшөрөлөү менән йыһан ен-шайтандарҙың "шымсылығынан" һаҡлана башлай. Сөнки Хоҙай илсеһе Ҡөрьән тексын һәм Бәйғәмбәр күрәҙәләүҙәрен бер ниндәй күсермәһеҙ, сихырсылар ҡыҫылыуынан тыш ҡабул итергә тейеш була. Уға ҡамасауларға маташҡан ен-шайтандар юлы метеорит һәм йондоҙҙар ярҙамында ҡыйыла. "Беҙ, - ти Хоҙай Тәғәлә, - күкте йондоҙҙар менән биҙәнек һәм улар буйһонмаҫ ен-шайтандарҙан күкте һаҡлау сараһы булып торҙо. Улар юғары йәмғиәттәге /фәрештәләр йәмғиәтендәге/ һөйләшеүҙәргә иғтибар менән ҡолаҡ һалыусан. Әммә ул ен-шайтандарҙың юлын быуып була. Уларҙың кемелер мәғлүмәтте тотоп та өлгөрәлер, әммә ул күктән мәғлүмәтте аҫҡа ебәреү менән артынан метеорит һәм йондоҙ атыла". Шул замандан бирле ендәр беҙҙең планетаның күк йөҙөндә иркен йөрөй алмай. Бер хәҙистә шулай тиелә: "Ысынында, фәрештәләр болоттар кимәленә төшә һәм өҫтән ишетелгәнде бер-береһенә тапшыра. Ен-шайтандар ҡайһы саҡта уларҙың һөйләшеүен ишетә һәм мәғлүмәтте сихырсыларға тапшыра. Улары үҙҙәренән бик күп алдаҡ өҫтәй".
Тағы шуны аңлау мөһим: сихырсылар һәм юраусылар - улар бик нескә психологтар. Улар ен-шайтандар аша үҙенә килгән кеше тураһында кәрәкле мәғлүмәт ала. Кешенең үткәне тураһындағы мәғлүмәт ярҙамында ул был кешенең аңына, шулай уҡ ышанысына инә һәм уны теге йәки был киләсәккә көйләй. Был көйләү тормошҡа ашырға ла, ашмаҫҡа ла мөмкин.
Әйткәндәй, сихырсыға йә күрәҙәсегә барыу үҙе оло гонаһ һынала. Был хаҡта Мөхәммәт бәйғәмбәр шулай тип иҫкәртә: "Кем күрәҙәсегә барып, ни тураһындалыр һорай һәм ул әйткәндәргә ышана, уның мотлаҡ доғалары ҡырҡ көн буйына ҡабул ителмәй". Йәғни киләһе ҡырҡ көндәге мотлаҡ доғаларының сауабы ошо гонаһын ҡаплау өсөн китә.

Шамил АЛЯУТДИНОВ.

https://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=4189

Автор:
Читайте нас: