+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
2 Декабрь 2024, 17:45

Ен менән ... йәшәнем

Булған хәл Үҙеңә, йә үҙеңдең яҡындарыңа ҡағылмаһа, тормоштоң кире яҡтарын күрмәйһең икән ул. Бер ҡатындың һөйләгәндәрен тыңлап оҙаҡ уйланып йөрөйөм. Ошоға тиклем дә ен - пәрейҙәр тураһындағы яҙмаларҙы уҡып бара инем. Шулай ҙа, күңелдә ышанмау тойғолары бар ине әле. Ә был ваҡиға, күптән бергә аралашып, эс серҙәрҙе бүлешкән ҡатындың ауыҙынан сыҡҡас, мине бөтөнләй хафаға һалды. - Миңә ен эйәләште бит! - Кит, әй, булмаҫ!

Ен менән ... йәшәнем
Ен менән ... йәшәнем

- Эй, шулай тип әйтереңде белдем инде. Ышанмаҫ инем мин дә. Ләкин ысын шул!

- Йәле, нисегерәк була ул? Ҡайҙа, нисек күрҙең?

- Белеп тораң бит ир менән нисек йәшәгәнде. Иҫәпкә бар, һанға юҡ тигәндәй. Эсһә, айлап өйгә ҡайтмай. Ҡайтһа ла мәңге иҫерек ирҙе кемдең яҡынайтҡыһы килһен дә, кемдең һаһыҡ ирҙе ҡосаҡлап ятҡыһы килһен. Ирле килеш, ирһеҙ үтте инде ғүмерем. Хәҙер йәш тә бара бит инде, ярты ғүмер үтелде. Кемдер миңә, һин, ен менән йәшәйәсәкһең тиһә, биллаһи, ышанмаҫ инем. Ә был осраҡ үҙем менән булды. Хәҙер уйлауы ла ҡурҡыныс. Ә бер уйлаһаң, намаҙға баҫҡас та шул ен ирҙе уйлап, һағынып этләндем бит мин. Туҡта, баштан һөйләйем әле, ниңә һинең башыңды ҡатырырға.

Бер шулай, ирҙең сираттағы "гастроле". Иртәрәк йоҡларға яттым. Өйҙә япа - яңғыҙым. Инде ихлас йоҡлап ҡына киткәнмен, арҡама-арҡа терәп бер кеше ятты бит. Ир ҡайтып ятҡанын да белмәгәнмен тип һәрмәп ҡарайым, тахтаның ярты яғында бушлыҡ. Аптырап тиҙ генә утты ҡабыҙҙым, бер кем юҡ. Бисмилламды уҡыным да кире яттым. Өйҙә шылт иткән тауыш юҡ. Йоҡлай алмай ятып серем итә генә башлағайным, баяғы нәмә тағы арҡа терәп ятып алды. Хәҙер инде ҡыбырларға ла ҡурҡып ятам. Арҡа терәп ятҡан "йән эйәһе" нең тын алышына тиклем ишетелгән кеүек. Бына яйлап ҡына мине иркәләй башланы. Мин ней ҡысҡыра алмайым, ней тороп китә алмайым. Кинәт, йән әсеһенә ҡысҡыра, һүгенә башланым. Тора һалып йәнә утты ҡабыҙҙым. Тирә - яғымды ҡарайым, бер кем юҡ. Йөрәк дарҫлап тибә башланы. Йоҡо ҡайғыһы китте. Аш - һыу бүлмәһенә инеп йөрәк дарыуы эстем, сәй ҡайнатырға ҡуйҙым. Был төнөм шулай керпек тә ҡаҡмай үтте. Эштә иҫәңгерәп йөрөп ҡайттым. Хеҙмәттәштәрем дә миндәге үҙгәреште һиҙмәй ҡалманы әлбиттә. Уларҙың күп һанлы һорауҙарына сирләп торам тип кенә яуапланым. Аңҡы-тиңке йөрөп, эш сәғәтен тултырҙым. Тағы буш фатирға ҡайтып индем. Ҡайтҡас та, һәр шкаф, һәр диван аҫтын ентекләп ҡарап сыҡтым. Ни өсөндөр ҡайҙалыр, кемдер йәшенеп торалыр кеүек булып тик торҙо. Билдәле, бер кем юҡ. Ҡышҡы көн дә ҡыҫҡа. Бына төн етте. Урын һалдым. Был юлы, утты яндырып ятырға булдым. Кисәге төн йоҡоһоҙ үткәс, башым яҫтыҡҡа тейеү менән йоҡлап киткәнмен. Төш күрәм. Мине ниндәйҙер таныш булмаған ир наҙлай, иркәләй. Шул тиклем рәхәт! Мин дә наҙына-наҙ менән яуап бирәм. Рәхәтләнәбеҙ. Нисәмә йыл ир менән йәшәп бындай наҙҙы татығаным юҡ. Рәхәтлектән башым әйләнә. Шарҡылдап көләм, рәхәтлектән татлы йылмаям. Ошо хәлдең оҙон - оҙаҡ дауам итеүен теләйем. Кинәт, уянып китәм. Баяғы иркәләү дауам итә. Төш тигәнем, өн икәненә аптырайым. Тирә - яғымды һәрмәп ҡарайым бер кем юҡ. Ҡысҡырырға уйлайым, тауышым сыҡмай. "Тик ят, ҡысҡырма! Әле генә рәхәтләнә инең бит", - ти бер тауыш. "Теймә миңә! Хәҙер ҡысҡырам!" "Ҡысҡыр, ете төн уртаһында һине кем ишетһен!" Шундай осраҡта ныҡ итеп һүгенергә кәрәк тигәндәрен иҫләп, белгән һүҙҙәремде әйтәм. Уның һайын "йән эйәһе" шарҡылдап көлә. Һаман мине ойпалауын дауам итә. Ошо йәшемә етеп бер "Фатиха" сүрәһен ятлап алғайным. Шул сүрәне әйтә башланым. Бына бер ваҡыт: "Уны әйтмә! Беҙҙә ул телдә һөйләшмәйҙәр. Өндәшмә, тик ят!", - ти. Мин уның һайын ҡабат - ҡабат "Фатиха"ны ҡабатлайым. Һиҙәм теге "йән эйәһе" яйлап юҡҡа сыҡты. Ләкин, минән улай ғына ҡотолорға уйлама, мин һинең янға кире киләм әле. Һин миңә оҡшай башланың, мин дә һиңә оҡшаным бит" , - тине лә "йән эйәһе" юҡҡа сыҡты.

Торғас та ваннаға күп итеп һыу ағыҙҙым. Бөтә тәнемде һабын менән күпертеп, йыуҙым да, йыуҙым. Йыуынып сыҡҡас, аш - һыу бүлмәһенә инеп, сәй ҡуйҙым. Сәй ҡайнап сыҡҡансы, йоҡо бүлмәһен, залды йәнә күҙ уңынан үткәрҙем. Төнгө хәлде иҫләткәндәй бер нәмә юҡ. Ҡурҡып ҡына шкаф, балкон ишеген асып ҡарайым, берәй йән эйәһе юҡмы? Юҡ. Үҙемдән башҡа, бер кем юҡ! Бер - ике сынаяҡ сәй эскәс, эшкә ашығам. Был юлы ла миндәге үҙгәреш, ҡайғыртыусан хеҙмәттәштәремдең күҙенә эләкмәй ҡалманы. "Һиңә нимә булды ошо арала?" "Төҫөң юҡ!" "Ныҡ ауырыйыңмы әллә?" "Дауаханаға бар" ошондай һүҙҙәр һәр береһенең ауыҙынан сыҡҡандыр. "Бар ҡайтып ятып тор",- тине береһе. Юҡ! Миңә бөгөн өйгә ҡайтырға ярамай! Бөгөн аҙнаның һуңғы эш көнө. Ауылға ҡасырға, туғандарға китергә!

Эш аҙағын түҙемһеҙлек менән көтөп алдым. Магазинға инеп күстәнәс кенә алдым да, тура автовокзалға киттем. Ауылға бара торған автобусты көтөп ултырған арала таныштар күҙенә салынмаҫҡа тырыштым. Бер нисә көн йоҡоһоҙ төн, уйланыуҙар үҙенекен итте. Битем, күҙҙәрем шешмәкләнде, арығаным йөҙөмә сыҡҡан. Бына ауылға еттем. Таныш өй. Туғандарым минең килеүгә һәр ваҡыт шат. Был юлы ла ихлас ҡаршы алдылар. Киске аш ашағас, урын һала башланылар. Ҡышҡы көн ҡыҫҡаҡ шул. Миңә иң төптәге йоҡо бүлмәһенә урын һалынды. Туғанымдың бәләкәс ҡыҙын үҙем менән бергә йоҡлауын һораным. Ул шатланып риза булды. Бына ҡыҙым менән бергәләп киң карауатта бергәләп ятабыҙ. Күңелем тыныс бөгөн. Өй тулы кеше, күрше йоҡо бүлмәһендә лә, залда ла йоҡларға яттылар. Туғандарымдың балаларының шау - шыуы ишетелә әле. Кемеһелер мыжый, кемеһелер иртә ятҡанға ризаһыҙлыҡ белдереп илауыллай. Мин дә ҡыҙымды ҡосағыма алып, йылы юрған аҫтына сумам. Күңелемә шул тиклем рәхәт. Ниһәйәт, барлыҡ ҡурҡыныстар артта ҡалды. Рәхәтләнеп йоҡлап киткәнмен. Бына бер ваҡыт ҡыҙым менән минең араға ипләп кенә теге йән эйәһе килеп ятты. Килеп ятыу менән ҡулдарын яурынға һалды, яйлап иңбашҡа төшөрҙө. Үҙенән шул тиклем йылылыҡ һирпелә. Хәҙер инде мин дә аҡыллы. Теге белгән генә "Фатиха" сүрәһен эстән уҡый башланым. Уйҙар менән генә "тегенең" менән һөйләшәбеҙ. Нисә көн инде шулай. Мин уйлап өлгөрмәйем, ул яуабын да әйтеп ҡуя. Әле лә, “Мин һиңә нисәнсе тапҡыр әйтәм, һөйләшмә минең менән ул телдә! Беҙ ул телдә һөйләшмәйбеҙ. Мин һиңә рәхәт булһын тип тырышам, ә һин ошо рәхәтлекте юҡҡа сығараһың”. Уның һайын белгән генә доғамды шәберәк уҡыйым, йышыраҡ ҡабатлайым. "Йән эйәһе"нең ауыр тын алғаны, борғаланыуы һиҙелә. Бына һиҙеп ятам, яйлап эргәмдән шылды, яйлап юҡҡа сыҡты. "Оҡшатҡайным. Ныҡ оҡшағайның миңә. Башҡаса һиңә килә алмайым инде", - тигән һүҙҙәре әле булһа ҡолағымда сыңлай.

- Шунан, башҡаса килмәнеме?,-тием мин әңгәмәсемә.

- Әйтергә онотоп ултырам, мин бит яйлап сүрәләр уҡый башланым. Мәсеткә барып ҡайттым. Ошоға тиклем ауырлыҡ менән уҡыған аяттарым хәҙер еп - еңел уҡыла. Әле иртәнге намаҙҙы уҡый башланым. Биш намаҙымды ҡалдырмаҫҡа уйым бар. Ярар әле, эсеп йөрөгән ҡатын - ҡыҙ түгелмен. Ул саҡта араҡы һаҙлығына бата инем. Батыу ғына түгел, ул "ен ир" менән әле лә йәшәп ятыр инем. Бер уйлаһаң, мин бит ул йән эйәһенә өйрәнеп тә бара инем. Ысын, уның иркәләүен, наҙлауын һағынып этләндем. Хәҙер оноттом инде, намаҙ уҡыйым, үҙ өйөмдә генә түгел, кеше өйөндә лә рәхәтләнеп йоҡлайым. Элегерәк дин юлына баҫмағаныма ғына үкенәм. Ярар, был донъяла үкенергә ярамай, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Барыһы ла яйланды, Аллаға шөкөр!

Шөкөр, мин дә таныш ҡатын өсөн ҡыуанып бөтә алмайым. Ярай әле, барыһы ла яҡшы тамамланған.

Райхана Булатова.

https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2024-03-04/en-men-n-y-sh-nem-3668853

Автор:
Читайте нас: