+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
19 Декабрь 2024, 16:30

Төштәргә инәлер күрәсәк...

* Ломоносов шторм арҡаһында кеше йәшәмәгән утрауға барып эләккән атаһының үлемен төшөндә күргән һәм энеһенә, был утрауҙы нисек табырға икәнлеген теүәл күрһәтеп, хат яҙып ебәргән. Уның һүрәтләүенә ҡарап, балыҡсылар Ломоносовтың атаһын табып алып ҡайтҡан.

Төштәргә инәлер күрәсәк...
Төштәргә инәлер күрәсәк...

* Менделеев - үҙенең данлыҡлы таблицаһын, немец химигы Кекуле - бензол формулаһын, дат физигы Нильс Бор - атом структураһын, авиаконструктор Олег Антонов «Антей» гигант самолетының ҡойроҡ канаты формаһын төшөндә күргән.
* 23 йәшлек Рене Декартҡа математика буйынса буласаҡ барлыҡ эштәренең төп йүнәлештәре, ә 1900 йылда 11 йәшлек Игорь Сикорскийға осоусы караптың уңайлы салоны төшөнә ингән.

* Берҙән-бер көндө Столыпин иртәнге аш мәлендә олоғайған яҡын дуҫының үлеүе тураһында хәбәр һала. Эргәһендәгеләр аптырап ҡала, сөнки почта әле килмәгән була. Петр Аркадьевич тыныс ҡына аңлатып бирә: «Ул бөгөн төшөмә инде һәм ҡәбере хаҡында хәстәрлек күреүемде үтенде». Шул көндө кис дуҫының үлеме тураһында телеграмма килеп төшә.

 
Автор:
Читайте нас: