+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
23 Декабрь 2024, 15:00

Мәрхүм ҡарсыҡ өйөн һаҡлай

Төн уртаһында ишек ҡыңғырауы шылтыраны. Мин һаҡ ҡына ишек күҙенән ҡараным, унда уттай янған ике күҙ миңә төбәлгән. Ҡурҡыуымдан аңымды юғалтҡанын.

Мәрхүм ҡарсыҡ өйөн һаҡлай
Мәрхүм ҡарсыҡ өйөн һаҡлай

Дуҫым менән бер бүлмәле фатирҙа түләп торҙоҡ. Ул икенсе ҡатта урынлашҡан, ҡала сите, эргәлә урман. Тәҙрәһе ихатаға ҡарай, унда көнө буйы пенсионер ҡарсыҡтар эскәмйәлә ләстит һатып ултыра.

Бер көндө дуҫым тыуған яғына ҡайтып китте, өйҙә бер үҙем ҡалдым. Кухня тәҙрәһен асып ҡына тәмәке тартҡылап алам һәм тышты күҙәтәм. Урамда кеше заты күренмәй. Ҡараһам, бер мәл йорт эргәһендәге эскәмйәлә ҡара кейемле кеше пәйҙә булды. Саҡ ҡына ултыра бирҙе лә башын күтәреп миңә ҡараны, уның ике үҙе лә ут булып яна ине. Ҡурҡышымдан тиҙ генә белгән доғаларымджы уҡындым да, тәҙрәне ябып ҡуйҙым. Шул арала ишек ҡыңғырауы шылтыраны. Төн уртаһында килер кешем юҡ, тип һаҡ ҡына ишек күҙенән ҡараным, унда уттай янған  теге ике күҙ миңә төбәлгән. Ҡурҡыуымдан аңымды юғалтҡанын.

Икенсе көндө дуҫым килгәс, үткән хәлде түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙем һәм беҙ тиҙ арала был фатирҙан тайыу яғын ҡараныҡ. Күсенгәндә подъезд төбөндә ултырған инәйҙәрҙән, беҙ йәшәгән өйҙә бер инәйҙең үлеүен, уның вафатын бер аҙнанан һуң ғына белеп, ишеген емереп инеүҙәрен һәйләнеләр.

Шулай ҙа була, йәмәғәт...

Фото: steamcommunity.com

Автор:
Читайте нас: