+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
24 Ғинуар , 11:00

Мәйеткә кейәүгә сыҡҡан

Петербургта йәшәүсе ҡатын үлгән кешегә кейәүгә сыҡҡан. Шулай итеп, ул фатирлы булған. 63 йәшлек ҡатын айырыуса ҙур күләмдә мутлашыуҙа ғәйепләнә.

Мәйеткә кейәүгә сыҡҡан
Мәйеткә кейәүгә сыҡҡан

2015 йылдың июленән 2016 йылдың сентябренә ҡәҙәр ул дәүләт ойошмаларына, нотариаль һәм суд органдарына никахлашыу хаҡында ялған таныҡлыҡ бирә. Әлеге таныҡлыҡта уның 2015 йылдың мартында мәрхүм менән никахлашыуы теркәлгән. Шулай итеп, ялған “ҡатын” 6 миллионлыҡ фатир хужаһына әүерелә һәм мөлкәткә хоҡуҡты күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрында теркәй.

Төньяҡ баш ҡала район прокуратураһы был ҡатынды ҙур күләмле мутлашыуҙа ғәйепләй. Мәрхүм ирҙең һеңлеһе зыян күреүсе тип табылған. Енәйәт эшен судҡа тапшырғандар

Фото: intertat.tatar/news/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: