Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Красная Сопка ауылында фажиғә 21 сентябрҙә иртән була. 6 кешелек ғаилә – ир менән ҡатын, уларҙың 6, 11, 12, 13 йәшлек балалары табипҡа мөрәжәғәт итә. Барыһының да күңеле болғана, ҡоҫа. Алдағы кистә, ауыл магазинынан алған билмән һәм тауыҡ ашауҙары асыҡлана. Ғаиләне дауаханаға һалалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сабыйҙар бер-бер артлы мәрхүм була, тағы ла бәпәй көткән әсә менән атай кеше генә иҫән ҡала. Тикшереүселәр асыҡлауынса, фажиғә булған көндө өйҙә дихлофос һипкәндәр. Үҙҙәре барыһы ла урамда булған. Һорау алғанда, атай кеше өйҙө һәйбәтләп елләтмәүе, форточка ғына асыҡ булыуын әйткән. Суд-медицина экспертизаһы асыҡлауынса, балалар инсектицидтар менән ағыуланыуынан үлә.
Ноябрҙә бишенсе балалары донъяға тыуа. Күкрәк һөтө имеп үҫкән, һап-һау бәпесте иртәнге яҡта әсәһе карауатта үле килеш таба. Быҡа тиклем ауырыуҙары асыҡланмаған, медицина ойошмаларында иҫәптә тормаған. Әсәһе әйтеүенсә, уның ғәҙәти рационы үҙгәрмәгән. Яҡынса белешмә буйынса, бала ҡоҫоп сығарған масса менән тонсоғоп үлгән булыуы ихтимал.
Фото: kras.mk.ru