-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
17 Март 2025, 16:00

Әллә әбей, әллә Убырлы ҡарсыҡ...

Әллә ҡасан булды был хәл. Беҙ, бала-сағалар, йәшел борсаҡ ашап, кеҫәләрҙе тултырып алдыҡ та һыу инергә йылға буйына йүгерҙек. Рәис таҙа кәүҙәле ине, туймағандыр инде, баҫыуҙа борсаҡ ашап ҡалды. Күп тә үтмәне, тирләп-бешеп беҙҙе ҡыуып та етте.

Әллә әбей, әллә Убырлы ҡарсыҡ...
Әллә әбей, әллә Убырлы ҡарсыҡ...

Һеҙ күҙҙән юғалыу менән бер ҡарсыҡ пәйҙә булды, – тине ул көскә тын алып. – Әйҙә, ауылығыҙға ут төртәбеҙ, ти.

Беҙ бер-беребеҙгә ҡарап алдыҡ та кире киттек. Күмәк булғас, ҡурҡмағанбыҙҙыр, моғайын. Беҙ килгәндә баҫыуҙа бер кемде лә күрмәнек. Аптырап, Рәискә ҡарайбыҙ. Ә ул бахыр, һүҙҙәренең дөрөҫлөгөн раҫларға тырышып, ҡараштары менән тирә-яҡты байҡаны. Аҙаҡтан эскәрәк үтте.

– Бына бит эҙе! – тине ул, алтын тапҡандай шатланып. – Бер яғы алға, икенсеһе артҡа ҡарап тора... Имсәктәре шундай оҙооон, ул уларҙы арҡыс-торҡос ҡулбаштары аша арҡаһына ташлағайны. Сәсе тубығына хәтлем төшкәйне...

Беҙ һаҡ ҡына Рәискә яҡынлаштыҡ. Ысынлап та, ул күрһәткән урында. Икеһе ике яҡҡа ҡарап торған ғәләмәт ҙур аяҡ эҙҙәре ярылып ята ине...

Мөҙәрис МӨСИФУЛЛИН.

Фото: www.lifeisphoto.ru

Автор:
Читайте нас