-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
18 Март 2025, 12:00

Өрәкле йорт

Өфөлә сауҙагәр Федор Чижовтың боронғо йортонда бөгөн Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың бер бүлеге урынлашҡан. Бина 1890 йылда Ҙур Ҡазан (хәҙерге Октябрь революцияһы) урамында төҙөлә. Һәм ул бик күп шомло серҙәр һаҡлай икән.

Өрәкле йорт
Өрәкле йорт

Федор Чижов 1910 йылда донъя ҡуйған. Ул атаҡлы урман сәнәғәте эшҡыуары булған. Совет йылдарында бинап төрлөсә файҙаланылған. Тәүҙә райисполком урынлашҡан, ә һуңынан унда коммуналь фатирҙар яһап, күп кенә кеше торлаҡ итеп йәшәгән. Аҙаҡ бина музейға әйләнә, ә 2000 йылдар башында Милли китапхананың икенсе корпусы булараҡ ҡулланыла башлай. Ҙур йортта подвалдар күп, унда шаҡтай ҡурҡыныс. Күп кенә бүлмәләр йоҙаҡҡа бикләнгән...

Китапхана хеҙмәткәрҙәренең береһе уны өрәк ҡурҡытыуы хаҡында һөйләгән. Был хәл бер нисә йыл элек ҡышҡы кистә булған. Эш һуңында яңғыҙы ғына ҡалған ҡатын артында кемдеңдер баҫып тороуын тойған. Ҡапыл боролоп ҡараһа, чепчик, оҙон ҡупшы күлдәк кейгән бер ҡатынды күргән. Ул үтә күренмәле булған. Өрәк тиҙ генә стеллаждар араһына кереп юғалған.

Был хәл бер нисә тапҡыр ҡабатлана. Уның элек тә был өрәкте күргәне булған икән. Хәҙер бында уҡыусылар өсөн квестар ойошторорға уйлайҙар, ти. Боронғо залдарҙа әллә ниндәй серле күренештәргә юлығырға мөмкиндер, бәлки...

Фото: башинформ

Автор:
Читайте нас