Бер мәл ир кеше уны үҙе менән килтергән кофе менән һыйлай. Һәм, ҡыҙ үҙе лә аңламайынса ул иргә ғашиҡ була. Күп тә үтмәй, кейәүгә сыға. Ҡыҙҙың коллегалары уның был ҡылығын аңлай алмайҙар. Бер-бер артлы ике бала таба.
Ҡатынға 36 йәш тулғас, ҡәйнәһе үлеп китә. Ир ныҡ итеп ҡайғыра, ерләү мәшәҡәттәрен ойоштора. Ә ҡатыны, тора алмай ята. Ҡайғынан да түгел, ә нисә йыл йәшәгән төштәге һымаҡ хәленән уянып, тормош иптәше, балалары булғанын күреп иҫе, һушы китеп ятҡан була.
Баҡтиһәң, ҡәйнәһе улына сихырланған эсемлек эсереп, ҡыҙҙы әләмләп әүрәткән була. Һәм, ошо ғүмер эсендә, һәр ваҡыт төнәтмәләр эсереп йәшәй. Үҙе үлеп киткәс, төнәтмә эшләргә кеше булмағас, бар сихыр юҡҡа сығып, ҡыҙ үҙ аңына ҡайта. Әлбиттә, үҙенең ирен дә, балаларын да ҡабул итә алмай. Уларҙы ташлап китергә мәжбүр була.
Сығанаҡ: "Сәйер донъя" төркөмө.