Артынан төштөм тегенең. Инде тоттом ғына тигәндә әллә ниндәй соҡорға остом. Ни булғанын аңлай алмайым, өҫтәге селек соҡорҙо ҡаплап, дөм ҡараңғы иткән. Ынтылып ҡарайым да бит, буйым етмәй. Ҡурҡып илап, ярҙамға саҡырам, бер кем ишетмәй. Хәлдән тайып, аңым юғала башланы. Доғалар белмәһәм дә, Алланан ярҙам һорайым. “Эй Аллаҡайым, минең йәшәгем килә, бәләкәсмен бит әле, донъяны күреп тә өлгөрмәгәнмен, ярҙам ит”, тип илайым. 12 йәш ине. Шунан һуң, былай булмай, нисек булһа ла сығыр кәрәк, тип соҡорҙоң буй еткән ҡәҙәрем ерҙәрен һыйпап, һәрмәнә башланым. Ҡулыма ағас тамыры эләккәс, ҡыуаныстың сиге булманы. Инде сыҡтым, ҡотолдом тигәндә тамыр һурылып сығып, киренән соҡор төбөнә остом. Әҙерәк хәл алғас, тағын дә эҙләнә башланым. Был юлы ҡулға ҡаты ғына таяҡ эләкте. Ергә ҡаҙалып торған таяҡ һабын иркенәйтеп, ҡул менән тотонорлоҡ итеп, инде ҡабаланмай, аяҡты рәтләп баҫып, һәр миллиметрҙы һанап, яй ғына килеп сыҡтым. Үҙемдең ҡарар ер юҡ, сапсылып, һыҙырылып бөткәнмен, бысраҡмын, сәстәрем туҙған, үҙем мәтегә буялғанмын.
Төн булһа ла, ай яҡты, тирә-яҡ асыҡ күренә. Шул ваҡыт ҡоттары осоп миңә ҡарап ултырған яланғас ике ҡарасҡыны күреп ҡалдым. Тере зат күреүемә шатланып, ҡулымды һуҙып, сәрелдәп илап уларға табан йүгерҙем. Ә улар һикереп торҙолар ҙа ауыл яғына тайҙылар. Мин ҡалмаҫҡа тырышып арттарынан йүгерәм, ҡурҡыныс урманда яңғыҙ ҡаламмы һуң инде. Шулай баҫтырышып ауылға килеп индек. Өйҙә мине ғәйеп итеп, эҙләп бөткәндәр. Ә теге бәрәс юғалмаған, күптән ҡайтҡан.
Былар яңы эшкә килгән фельдшер ҡыҙ менән ғаиләле бер ағай булған. Фельдшер ҡыҙ тиҙ арала эшенән сығып ҡайтып китте. Ул, ауылдың урманы тулы ен, береһе сәрелдәп ауылға ингәнсе баҫтырҙы, тип һөйләгән. Ә теге ағай, хәҙер оло йәштә инде, тотлоғоп ҡалды.
Был хәлдең ҡайһы районда, ниндәй ауылда булғанлығын махсус рәүештә яҙып тормайым, сәбәбе былай ҙа аңлашылып тора.
Илнара ҠОТЛОБАЕВА.
Фото: telegra.ph