Балсыҡ һауыт кәрәк ине. Эҙләнә торғас, мейестә бешерә торған көршәк таптыҡ.
Көршәккә ике бокал шарап, дәрсен (корица), ванилин, имбир, кипкән үрмәксе бото, бесәй йөнө (эт йөнө тапманыҡ, бесәй йөнө һалдыҡ), чемерица тип аталған үлән һалып, пар өҫтөндә ҡайнатырға ултыттыҡ. Әҙер булғас, әхирәтем бармағын тишеп, бер тамсы ҡанын, кәрәкле һүҙҙәр уҡып төнәтмәгә төшөрҙө. Эш тамамланғас, тороп ҡалған шарапты эстек тә таралыштыҡ.
Икенсе көн тегенең янына “ҡорбаны” килә, әхирәтем уның сәйенә теге төнәтмәне ҡушып ебәрә. Сәйҙе эскәс, егет бәҙрәфкә йүгерә. Эш бик оҙаҡҡа һуҙыла, һуңынан ни эшләптер тегеләр талашып китә. Ахырҙа, егет уны иҫәр тип әйтеп ҡайтып китә. Башҡа килмәҫ, күрәһең. Өс көн шылтыратҡаны юҡ, ти.
Бына хәҙер аптырап ултырабыҙ. Төнәтмәне дөрөҫ эшләмәнекме икән тип. Нимәһен артыҡ һалдыҡ икән? Әллә һалып еткермәнекме?..
Сығанаҡ: https://vk.com/bashdonya?from=groups
Фото: shuwany.livejournal.com