-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
29 Сентябрь 2025, 13:15

Төштәге ҡатын

Егет кеше төшөндә бер нисә төн рәттән Кавказ халҡына тартым бер ҡатынды күрә башлай. Тәүҙә ул ҡатын уны ситтән күҙәтә. Көндән-көн яҡыная бара. Егет уны төшөндә күреүенә өйрәнеп тә бөтә. Әммә шомлана башлай. Бер ваҡыт төшөндәге ҡатын: -Зинһар, кисер мине, тип эҙәрлекләй башлай.

Төштәге ҡатын
Төштәге ҡатын

Егет йоҡонан яҙа, йоҡларға ятырға ҡурҡа башлай. Һуңғы тапҡыр төш күргәндә, ҡатын шул тиклем яҡын килә. Егет уның йөҙөн яҡындан күрә, ҡатындың ярты бите серегән була.
- Зинһар, мине ғәфү ит. Атайыңдан һора, ул белә, тип юҡҡа сыға.
Атаһы ҡайтҡас, егет төшөндә күргән ҡатын тураһында һөйләп бирә. Атаһы әсәһен саҡырып егеткә дөрөҫлөктө асалар. Баҡтиһәң, төшкә ингән ҡатын, Чечен ҡыҙы булып сыға. Ул егеттең атаһының тәүге кәләше, ә егеттең әсәһе икән. Һәм атаһы киләһе тарихты һөйләй. Атаһы егет сағында әрмелә хеҙмәт иткән ваҡытта нисектер Чечен ҡыҙы менән сыуалып китә лә, ҡыҙ ауырға ҡала. Ҡыҙҙың атаһы белеп ҡалып егетте ҡаты итеп туҡмайҙар. Егет уны кәләш итеп алам тиһә лә, икенсе милләт кешеһенә бирергә ҡаршы төшәләр.. Һәм был ҡыҙҙы икенсе ҡалаға балаһын тапҡансы тип ебәрергә һөйләшәләр. Ҡыҙ балаһынан баш тартырға тейеш була.
Бала табырға ваҡыт килгәс, егет ата-әсәһен саҡырып баланы алыуҙарын һорай. Ә ҡыҙ тапҡан малайынан баш тартып, тыуған яғына кайтып китергә мәжбүр була.
Шулай итеп,малайҙы был ир армиянан ҡайтҡас тәрбиәләп үҫтерә. Яңынан кәләш ала. Әммә малайға бер туған әсәһе түгел икәнен әйтмәйҙәр.
Был тарихты ишеткәс улдары шаңҡып ҡала, әммә барыһын да аңлай. Ысын әсәһен эҙләп табыуын һорай.
Күпмелер ваҡыттан әсәһенең туғандары аша уның күптән түгел үлеп ҡалғанын беләләр. Егет әсәһенең ҡәберенә бара, тәрбиәләй. Әсәһен ғәфү иткәнен белдерә. Ошонан һуң был ҡатын уның төшөнә инмәй башлай.

Фото: vklook.site

Автор:
Читайте нас