– Әлбиттә, бар, алығыҙ.
– Һөйөклөм, был ниндәйҙер дөрөҫ булмаған математика, ул беҙгә ун һум бирергә тейеш, – тинем ҡатыныма.
– Һеҙ нимә аңлайһығыҙ? Барыһы ла дөрөҫ! – Кассир ҡыҙ ҡырт киҫте.
– Эйе, барыһы ла дөрөҫ! Бына алығыҙ. Рәхмәт, һау булығыҙ.
Магазиндан сыҡҡас, ҡатыныма аңлаттым, ул ҡыҙарҙы, ләкин магазинға кире инмәне.
P. S. Математика дәресе өсөн хаҡ 20 һум, ирҙе тыңлау – баһаһыҙ.
Карта уҡылмай
Кисә булды был хәл. Коллегам бер ҡатынға гөлләмә һатты, аҡсаны терминалға индергәс, башҡа һатып алыусыларҙы хеҙмәтләндерергә тотондом. Мин коллегама ышандым, коллегам миңә ышанған, һөҙөмтәлә түләүҙең үтеү-үтмәүен беребеҙ ҙә тикшермәгәнбеҙ. Ҡатын сығып китте, ә терминалда яҙыу: “Карта уҡылмай”.
“Ике меңдән яҙҙыҡ”, – тип уйланыҡ беҙ. Ләкин ун биш минуттан бер ир-ат килде.
– Ҡатыным ебәрҙе, картаһынан аҡса күсмәгәнен белгәс, – тине.
Фото: 900igr.net