+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Декабрь 2021, 10:05

Ибет ағай менән ибет малай

Уҙған быуаттың 60-сы йылдарына тулы булмаған урта мәктәптәргә уҡыу әсбаптары менән техник средстволар йышыраҡ килә башлай. Ике директор­ҙың нисек итеп микрофонды үҙләш­тереүҙәре хәтерҙә.

Ибет ағай менән ибет малай
Ибет ағай менән ибет малай

Береһенә нәҡ шул ваҡытта математика уҡытыусы­һының уҡыусылар дәфтәрҙәрен тик­шерергә йыйып ала ла, кире тапшы­рыуҙы онотоп, йыш ҡына яңы дәфтәр башлаттырыуы мәғлүм була.
Директор ағай был хәлде нәҡ ошо микрофон тип аталған нәмәҫтәкәй менән асыҡларға ҡарар итә лә дәрестәр теҙмәһенән уңайлы көндәге дәрес алдынан синыф бүлмәһе өҫтәлендә уңайлы ғына итеп ошо микрофонды урынлаштыра. Был шөғөлдө ошо синыфтан тиктормаҫ Сәлимйән исемле малай бик ҡыҙыҡһынып күҙәтеп йөрөй, тик директор эргәһенә яҡынлай ғына алмай. Әлбиттә, директор ағай уны өндәшмәҫкә иҫкәртеп ҡуя.
Дәрес башлана, уҡытыусы инә. Мин дәрес барышын тасуирлап тормайынса ундағы диалогты ғына яҙып китәм.
Уҡыусы:
– Бөгөн дә дәфтәрҙәрҙе онотторҙоғоҙ ҙа ҡуйҙығыҙ, Ибет ағай, – тип өҫтәлгә яҡынлай.
Уҡытыусы:
– Ни һөйләйһең, ултыр урыныңа. Яңы дәфтәрҙәрегеҙҙе алығыҙ.
Уҡыусы:
– Бөгөн дә яңы дәфтәр башлайбыҙмы, Ибет ағай?
Уҡытыусы:
– Тик ултыраһыңмы-юҡмы, Ибет малай.
Уҡыусы:
– Кемдең яңы дәфтәре булмай, кисә миңә ҡуйған шикелле “икеле” ҡуя ла ҡуяһығыҙмы, Ибет ағай.
Уҡытыусы:
– Ҡасан тымаһың, һин, Ибет малай, әллә тағы “икеле” алғың киләме?
Уҡыусы:
– Кисә лә ҡуйҙығыҙ, Ибет ағай, – тип өҫтәл тирәһенә килеп теге нәмәгә ҡарап-ҡарап киткән тик ултырмаҫ Сәлимйән.
Бына ошо диалог арҡаһында директор маҡсатына өлгәшкән дә инде.

Фото: Яндекс.Дзен

Автор:Фәтхи АБДУЛЛИН
Читайте нас: