+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Декабрь 2021, 16:00

Ҡайҙа? Нисек?

Яңы йылды барыбыҙ ҙа көтөп алабыҙ.  Киләсәккә яҡты өмөттәр бағлап, алдан уҡ ҡаршыларға әҙерләнә башлайбыҙ. Көнөбөҙ күбеһенсә магазиндар буйлап аҙыҡ-түлек алып, күп төрлө аш-һыу әҙерләү мәшәҡәттәре менән үтһә лә, Яңы йыл табыны өсөн бер нәмә лә йәл түгел.

Ҡайҙа? Нисек?
Ҡайҙа? Нисек?

Байрамды нисек ҡаршылайһың – йылың да шулай була, тиҙәр бит.

Уны һәр ерҙә төрлө ваҡытта үткәрәләр. Бына, мәҫәлән, Пасха утрауында уны яҙ көнө, беренсе ҡарлуғас йомортҡаһын табып алғас, байрам итәләр.

Иранда ла Яңы йыл ваҡыты яҙҙан һанала башлай. Март айында кешеләр усаҡ яғып, уның аша һикереп, йыл буйына йыйылған  насарлыҡтарҙан таҙарына.

Эфиопияла Яңы йыл етеүен ямғырҙар бөтөүенән беләләр. Байрам көндө бөтәһе лә мотлаҡ йылғала һыу инеп, гонаһтарынан арынырға тейеш. Йылдың тәүге көнөндә бер-береһенә сәскә һәм йәшел ботаҡтар бүләк итәләр.

Японияла уны байрам итеү бер аҙна дауам итә. Ҡала урамдары, өйҙәр, ғибәҙәтханалар биҙәлә. 31 декабрҙең төн уртаһында бөтә ғибәҙәтханаларҙың ҡыңғырауҙары 108 тапҡыр һуға. Ә ни өсөн 108-ме? Ышаныуҙар буйынса, кешенең 6 етешһеҙлеге – йүләрлек, ҡомһоҙлоҡ, уҫаллыҡ, еңел аҡыллылыҡ, һаранлыҡ һәм ҡыйыуһыҙлығы бар. Уларҙың һәр береһе 18 айырманан тора. Шулай һанап сығарһаң, 108 килеп сыға. Япондар был байрамды тулҡынланып көтөп ала. Аҙна буйына урамдарҙа халыҡ күңел аса, театрлаштырылған тамашалар ҡуйыла. Теләүселәр төрлө уйындарҙа ҡатнаша.

Францияла шундай ҡыҙыҡ йола йәшәп килә: байрамдан һуң ҡатын-ҡыҙҙар иртәнсәк шишмәгә һыуға бара. Унда бер-береһен тәм-томдар менән һыйлап, бер аҙ өлөшөн ҡалдырып та китәләр.

Шведтар йыл һайын декабрь айында Ер йөҙө батшабикәһен һайлай. Байрам төнөндә ул төп хужа була. Батшабикәнең башына янып тороусы шәмдәрҙән таж кейҙерелә.

Венгрияла Яңы йыл килеүе төрлө әсе һыҙғырыу тауыштары менән белдерелә. Был, уларҙың ышаныуҙарынса, йорттан насар көстәрҙе ҡыуа икән.

Фото: ru.dreamstime.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: