0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Декабрь 2021, 13:25

Хәтер өсөн иң шәп дауа

Иртәнге аш менән бергә бер-ике алма ашап йәки уның һутын эсеп ҡуйһаң яҡшы булыр.

Хәтер өсөн иң шәп дауа
Хәтер өсөн иң шәп дауа

Ни өсөнмө? Баш мейе­һендәге хәтерҙе юйыусы күҙәнәктәрҙе юҡҡа сығарыуға булышлыҡ итә икән. Массачусетс штатындағы институттың фәнни хеҙмәткәрҙәре ошондай һығымтаға килгән.
Тәүҙә лабораторияла сыс­ҡандарҙың баш мейеһенең ҡартайыуына алма һутының нисек тәьҫир итеүен өйрәнгәндәр. Көн һайын улар эсә торған һыуға алма һуты өҫтәп, тәжрибә үткәреп ҡарағандар. Был һыуҙы эскәндәре лабиринттан сығыу кеүек ғәҙәти һынауҙы уңышлыраҡ үтәгән.
Массачусетс штатындағы институтта күҙәнәкле нейробиология үҙәгенең директоры Томас Ши әйтеүенсә, алма һәм уның һутын диета рәүешендә ҡулланыу мейене эске көсөргәнештәрҙән һаҡлай икән.

Фото: about-tea.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: