-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Декабрь 2021, 12:30

Йодтың файҙаһы бармы?

Организмда йод етерлек кимәлдәме, түгелме икәнен белеү өсөн боттоң эске яғына йодтан селтәр эшләргә кәрәк.

Йодтың файҙаһы бармы?
Йодтың файҙаһы бармы?

Һау-сәләмәт кешелә ул бер тәүлектән һуң юҡҡа сыға. Әгәр ҙә алты – ете сәғәттән һуң йодтың эҙе ҡалмай икән, организмға ул етеңкерәмәй. Әммә борсолорға урын юҡ, уны дөрөҫ туҡланыу ярҙамында көйләргә мөмкин. Ә инде йодлы сетка өс сәғәттән һуң юҡҡа сыҡһа, табипҡа күренеп, анализдар тапшырырға кәрәк.

Тымаурағанда танауға йодтан селтәр эшләргә мөмкин.

Һалҡын тейгәндә аяҡ табандарына һәм балтырҙарға эшләнгән йод селтәре ярҙам итер. Әммә уны эшләр алдынан тән температураһын үлсәргә онотмағыҙ. Ул 38 градустан артмаҫҡа тейеш.

Ангина менән ауырығанда йодтан селтәр – тамаҡҡа, үпкә шешкәндә – күкрәк ситлегенә төшөрөлә.

Иғтибар!

Тәнгә йодтан селтәр эшләр алдынан бер генә һыҙыҡ һыҙып, 10 – 15 минут көтөргә. Әгәр ҙә ниндәйҙер реакция булһа (ҡысытһа, әсетһә һ.б.), йод һөртөргә ярамай. Ә инде организм яҡшы ҡабул итһә, көнөнә ике тапҡыр иртәле-кисле ҡурҡмай эшләргә мөмкин.

 

Фото: polsov.com

https://alshvesti-b.ru/articles/s-lam-tlek/2019-12-06/yodty-fay-a-y-bar-40828

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: