-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Декабрь 2021, 17:25

D витамины етәме?

Организмға D витамины кәрәклеген белеп буламы? Ул һөйәктәрҙең сәләмәт, шулай уҡ кәйефтең күтәренке булыуы өсөн бик мөһим.

D витамины етәме?
D витамины етәме?

Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын булдырмаҫҡа ярҙам итә. Витамин етмәүҙе тиҙ генә асыҡлап та булмай бит әле. Бөйөк Британияның Донъя күләм сәләмәтлек һаҡлау хеҙмәте табибтары кеше организмында D витамины етмәүенең өс симптомын атаны: һөйәктәр ауыртыуы, даими арығанлыҡ һәм йыш ауырыу. Ҡағиҙә булараҡ, улар барыһы ла йылдың һалҡын ваҡытында күренә.

Фото: sportbo.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: