-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Ғинуар 2022, 18:00

Төрлө илдәрҙә Яңы йылға нимә әҙерләйҙәр?

Сит илдәрҙә Яңы йыл табынына ниндәй ризыҡтар ҡуялар икән? Америкала, мәҫәлән, йола буйынса күркә бешерәләр, эсенә һыуытҡыста нимә бар, шуны тултыралар: cыр, һарымһаҡ, ҡара емеш, алма, фасоль, кәбеҫтә, бәшмәк, тәмләткестәр...

Төрлө илдәрҙә Яңы йылға нимә әҙерләйҙәр?
Төрлө илдәрҙә Яңы йылға нимә әҙерләйҙәр?

Англияла ла тултырған күркә әҙерләйҙәр. Әммә бер генә байрам да уларҙың икмәк валсығы, сало, йомортҡа, йөҙөм, тәмләткестәрҙән әҙерләнгән плумпудинг тигән ризығынан башҡа үтмәй икән.

Австралияла иһә табынға ҡош ите ҡуйыу насар билдә булып һанала. Сөнки бәхетең осоп китә, тигән ырым бар. Был илдә байрам табынына шницель, штрудель, шулай уҡ үҙҙәренә генә хас балыҡ салаты әҙерләйҙәр.

Дания һәм Швецияның төп ризығы – треска балығынан ашамлыҡ. Ул бәхет һәм байлыҡ килтерә, тиҙәр.

Германияла Яңы йыл табыны сельдһыҙ булмай. Алдағы йылда мотлаҡ бәхет килтерәсәк, тип һынайҙар.

Голландияла ҡыҙҙырылған ҡабартма һәм тоҙланған борсаҡ – милли ризыҡтар һәм мотлаҡ табынға ҡуйыла икән.

Францияла Яңы йылды ҡыҙҙырылған каштан, устрицаһыҙ күҙ алдына ла килтермәйҙәр.

Японияла дөгөнән емеш-еләк ҡушып бешерелгән, кунжут һибелгән ваҡ бәлештәр табынды йәмләй. Шулай уҡ мотлаҡ оҙон туҡмас ҡуялар, ни тиклем оҙон – кешенең ғүмере лә шулай оҙон буласаҡ, тип иҫәпләнә. Өҫтәлдәренә диңгеҙ кәбеҫтәһе, бешерелгән балыҡ та ҡуйыла.

Фото: comments.ua

                                                                                                                                                                 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: