+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Ғинуар 2022, 13:25

Һынамыштар

* Ғинуарҙа һалҡын булһа, июль ҡоро һәм эҫҫе була, көҙгә тиклем бәшмәк сыҡмай.

Һынамыштар
Һынамыштар

*Ҡар яуһа, бурандар йыш булһа, июль айы ямғырлы килә.

*Был айҙа боҙ һөңгөһө күренһә, уңыш яҡшы булыр.

*Йылдың беренсе айы болотло килһә, икмәк уңмаҫҡа мөмкин.

*14 көнө ҡар яуһа, икмәкле йыл була.

*19 ғинуарҙа көн аяҙ икән – йәй ҡоро, болотло көн булып ҡар ҙа яуһа, йәйен яуым-төшөмдәр ғәҙәттәгесә булып, ел яҡшы килә.

*25 ғинуарҙа ҡояш сыҡһа, ҡоштар иртә килергә мөмкин. Ҡар яуһа, йәй ямғырлы була.

Фото: www.goodfon.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: