ҠЫШҠЫ МӘЖЛЕСТӘР
Интернетта ат санаһында ҡунаҡҡа китеп барыусылар һүрәте ҡуйылған ине. Шул һүрәткә бәйле элекке ҡышҡы ҡунаҡ булышыуҙар хаҡында һүҙ сыҡты ла, халыҡ “түгелеп” китте. Һәр береһенең хәтерендә ата-әсәйҙәрҙең ҡышҡы мәжлестәрҙә йөрөүе, ҡунаҡ булышыуҙар тәртибе, аш-һыу әҙерләү йолалары һ.б. хәтирәләр тере ҡуҙ кеүек кенә һаҡланған икән.
Ысынлап та, хәтәр була торғайны ла ул ололарҙың ҡышҡы мәжлестәре. Йәй, яҙ, хатта мул ғына булһа ла көҙ ҙә улайтып ҡунаҡ булышмаған икән халыҡ. Тимәк, ҡош-ҡорт, һуғым һуйылыуы көтөлгән. Малдың кәртәгә инеп, мәшәҡәттәр баҫыла төшөүе лә, сана юлы ятыуы ла мөһим булғандыр, күрәһең.
Ҡунаҡ булыша башлауҙан бер аҙналай алда өйҙә эштәр башлана ине. Әсәй эштән ҡайта ла, кис, беҙ йоҡлап киткәнгә тиклем нимә менәндер була. Берәй туған тейешле ҡатын-ҡыҙҙы алып өй аҡлайҙар йәки ҡырып йыуалар, ҡорғандарҙы, түшәк-юрғандарҙы, иҙән әрмәктәрен шулай уҡ йыуып йәки алмаштырып сығалар. Яҫтыҡ-юрған, түшәк тыштары тегелә. Метр-метр тауарҙарҙы иҙәнгә һуҙып ебәреп, аҡбур менән һыҙып, үҙҙәренә күлдәккә тиклем тегеп алалар. Шул арала беҙгә лә өлөш сыға. Өйҙә ниндәйҙер яңы һауыт-һабалар, ҡай саҡ хатта мебель дә барлыҡҡа килә. Ялан яғында (Баймаҡ районын шулай тиҙәр бөрйәндәр) йәшәгән атайымдың апаһы өлгөләп, ҡорамалап, һырлап түшәк тыштары тегеүгә оҫта була торғайны, шуға алдан уҡ заказ ебәреләлер, күрәһең, унан тоҡлап шул аллы-гөллө тегенделәр килеп етә. Уларҙы шул бер зат ҡатын-ҡыҙы бүлешеп ала.
Мунса ла ситтә ҡалмай. Уны ла ҡырып йыуып, мейестәрен һылап-аҡлап, йәш сайыр еҫе сығып торһон өсөн, эләүкәләрен яңыртып уҡ ҡуялар.
Унан башлана бешеренеүҙәр. Ул саҡта салат аҙыҡтары юҡ ине лә. Ҡамыр аштары ла ит һәм картуф. Бишбармаҡ ҡырҡыуҙа бөтә ғаилә менән ҡатнашабыҙ. Әсәй йәйә, беҙ, ир балаларға тиклем, шаҡмаҡлап ҡырҡып ултырабыҙ. Билмән бөрөү ҙә шундай уҡ ғаилә эше. Атай йәки оло ағайҙар ит үткәрә, вағыраҡтарға нисәлер билмән бөрөү нормаһы һалына. Урындыҡ аҫты ҡағыҙ йәшниктәргә тултырылған әсе икмәк, мейес, шкаф баштары йыуаса, бауырһаҡ, май икмәге, ҡош теле кеүек тәмлекәстәр менән тула. Был аш-һыуҙы ла барыһы ла оҫта итеп бешерә алмай, күрәһең. Ауылда ошо өлкәлә данланған апайҙар бар ине. Шуларҙы саҡырып алалар һәм уның күрһәтеп-бойороп тороуы аҫтында, бергәләшеп башҡарып ҡуялар. Быларҙан тыш келәттә йәшникләп алынған кәнфит-печенье, хәлүә, биҙрә консерваларҙағы повидло, һары фил төшөрөлгән һинд сәйе була.
Әсәй баҡса ултыртыуҙа шәп, ағас мискәләрҙә ҡыяр менән кәбеҫтә тоҙлай. Урман яғында халыҡ баҡсасылыҡҡа барымлы булманы, хәҙер генә оҫтарҙылар. Ул заманда ҡатындар биҙрәләп нимәләрҙер тотоп килеп йәки балаларға бәйләнгән ойоҡ-бейәләйҙәр, күкрәксәләр алып килеп, шуларҙы тоҙло ҡыяр менән кәбеҫтәгә алмаштырып алды.
Феләкләп бал әсетеүҙәрен дә йәшереп булмай. Балды һитәгә, ҡурлыға, ҡомалаҡтыҡына бүләләр. Йәнәһе, кемдер һитәне, кемдер ҡомалаҡты ғына эсә. Һитә балын шимдәргә тип асҡандарында, өйгә бал (ҡорт балы) еҫе аңҡып китә. Өләсәй ағас ҡалаҡ менән эсеп ҡарауын “шимдәү” ти торғайны. Сөгөлдөр һалып ҡыҙартып та яһанылар бер төрөн. Әсәйем үҙе эсмәгәс, атайыма был эште тапшырыу ике осло булғас, өләсәй ҡулында булғандыр, күрәһең, шимдәү.
Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу балаларға рөхсәт ителә. Урамда һағалап йөрөп өшөп бөтәһең. Ауыл ҡапҡаһы төбөндә көтөп алып, саналарына йәбешеп шыуып йәки ултырып киләһең. Бик булмаһа, шаяныраҡтары санаңды таҡтырып ала. Атай-әсәйҙәр, өләсәй-олатайҙар тышҡа уҡ сығып көтөп тора. Өй хужаһы бушамауын белеп, ҡунаҡтар йәки берәй улдарын, туғандарын ат йөрөтөп килеүгә, унан уны ҡарауға алып килә. Бик булмаһа был эш өсөн был яҡтан әҙерләнгән йәш кеше була. Ул аттарҙы туғарып, һыуытып, һыулатып, бесән һалып, аҙбарға индерә. Ҡунаҡтарҙың хатта эттәре лә ҡәҙер күрә. Эйәреп килгән эте булһа, талашмаһындар тип, үҙегеҙҙең ғүмерҙә лә бәй күрмәгән этте сынйырға ултыртырға тура килә. Ҡалайтаһың, ҡунаҡтың эте лә ҡунаҡ.
Балалар бер ваҡытта ла ололар менән бер өҫтәл артына ултыртылмай. Килгән яҡтан балалар булһа, уларға иптәшкә, тип, урындыҡта ултырып ашайһың да, алдан әҙерләнгән өйгә күсеп китәһең. Унда һеҙҙе берәй оло кеше ҡарап тора. Өйҙә йәш бала булһа йәки ҡунаҡтарҙың да шундай “йөгө” бар икән, балаға көсөң еткән ҡыҙ бала икәнһең, алдағы өс-дүрт көнгә һин шуларҙы бағыусы ла. Бөгөнгө памперс, шешә, имеҙлек тигән нәмә юҡ. Урындыҡ өҫтөндәге сәңгелдәк тә, мейескә элеп киптерелгән йүргәк, илаһа - һурпа, майлы эсәк һәм һөтлө сәй. Был өйҙә ҡунаҡ булһалар, әсәһе сығып имеҙеп бирә, икенсе өйҙә икәндәр – ҡыланмаған ҡылығың, йырламаған йырың ҡалмай – нисек тә көтәһең.
Ғәҙәттә, әсәй аш-һыуҙы, атай ҡунаҡтарҙы, өләсәй бөтөн мәжлес һәм мәжлестән тыш донъяны ҡарай. Иртәле-кисле ут яғып өйҙәрҙе йылыта, ҡабат-ҡабат ит һала, балаларҙы ашатып килә, мал-тыуарҙы тәрбиәләп инә һ.б. Ҡунаҡтар арымай-талмай шаярып-көлөп, йырлашып, унан ҡалһа түбәләрҙе зыңлатҡансы баҫып бейешеп ала. Алмаш-тилмәш гармунда, ҡурайҙа уйнайҙар, араларындағы моңлоларҙы махсус йырлаталар, бейеүселәрен маҡтап-маҡтап бейетәләр. Өләсәй һамаҡлап бәйет әйтә, уны ҙурлайҙар. Унан китә арнауҙар, йырлап һыйлауҙар, һоғондорошоуҙар. Шулайтып, төн ауҙарғансы ултырышып, бер аҙ серем итеп алалар ҙа, ҡабат-ҡабат аш яңыртып ултырып ашап, кискә икенсе йортҡа юлланалар.
Һеҙҙә ҡунаҡ булған мәлдә ауылдағы күптәрҙә ҡунаҡ. Һырғалаҡта ят балалар, мәкелә ят аттар күбәйә. Сит ауыл, сит район балалары менән аулаҡта аралашҡанда яңы уйҙырмалар, әкиәттәр, тарихтар ишетәһең. Атай-әсәйҙәр ҡунаҡ булышҡанда беҙ ҙә шул шауҡымда булып, төнө буйы һөйләшеп йәки өй туҙҙырып уйнап ҡалабыҙ.
Аҙна тирәһенә һуҙылған мәжлестәр ахырына етеп, ҡунаҡтар бүләкләнеп оҙатылғас, бер-нисә көндән, тағы ла бешеренеп-төшөрөнөп, биҙәлгән сбруйҙар, буялған кашауайҙар егелеп, көрәйтелгән аттарҙың ял-ҡойроҡтары ипләнеп, толоп-юрғандарға уралып ултырып, өйҙәге ололар һәм имсәк бала тегеләргә ҡунаҡҡа китә. Ҡалғандар өләсәй йәки башҡа оло кеше ҡулында донъя көтөп тора.
Ҡышҡы мәжлес шул үҙенең бер мәлендә генә була ине. Эсеп-иҫереп, бола сығарып йөрөгән кеше юҡ. Һәр береһе үлә яҙып намыҫ һаҡлай, ҡунаҡты, йәшенә ҡарамаҫтан, шул ҡәҙәр ҡәҙерләйҙәр һәм ололайҙар, тел менән дә, ҡылыҡ менән дә рәнйетеп ҡуйыу ояттың ояты. Шулай ҡунаҡ була ине ололар беҙ бәләкәй саҡта.
Бөгөн ундай ҡунаҡ булышыуҙар икенсерәк юҫыҡҡа ҡоролған. Аш-һыу ҙа, аралашыуҙың сәбәптәре лә, маҡсаты ла башҡа. Хатта күп ҡунаҡтарҙы кафела үткәреп ҡуялар. Шунса сәғәттән шунсағаса, тип, билдәләп. Заман заңына эйәреп кешеләр күңеле лә тарая, һайыға барғандай. Бала сағымда күргән мәжлестә бер тапҡыр ҙа үҙем йөрөй алманым, беҙ үҫеүгә бөттө улар. Ә ҡыҙыҡ булыр ине, ҡыңғыраулы кашауайҙарҙа ҡар борһоратып, пар аттарҙы ярһытып барып төшөү берәй ергә, ә?
Миләүшә Ҡаһарманова.