-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Ғинуар 2022, 18:10

Ҡара күҙемә генә...

Психологтар, кешенең күҙҙәренә ҡарап, уның холоҡ-фиғелен белеп була, ти. Әйҙәгеҙ, үҙегеҙҙе тикшереп ҡарағыҙ әле.

Ҡара күҙемә генә...
Ҡара күҙемә генә...
Ҡара күҙле кешеләр – энергиялы, инициативалы, тыңғыһыҙ, тик тормаҫтар.
Зәңгәр күҙлеләр – бик үҙ һүҙле. Кәйефтәре тиҙ ҡырыла, үпкәне лә оҙаҡ һаҡлаусандар.
Ҡараңғы-һоро төҫтәге күҙлеләр – кире һәм ҡурҡыуһыҙ кешеләр. Улар алдында ниндәй генә ауырлыҡтар килеп сыҡмаһын, үҙ теләктәренә ирешәләр. Тиҙ ҡыҙып китеп, асыуҙы ла оҙаҡ һаҡлап йөрөйҙәр, көнсөллөк сифаттары ла бар.
Ҡара-ҡоңғорт күҙлеләр шат күңеллеләр, йор теллеләр, тик тиҙ ҡыҙыусандар, шул уҡ ваҡытта тиҙ һыуыныусандар ҙа. Башҡалар менән йәһәт кенә уртаҡ тел табалар.
Асыҡ-ҡоңғорт күҙлеләр оялсандар, яңғыҙлыҡ яраталар. Бик тә хыялыйҙар, тырыштар үҙҙәре. Юҡ-барға үпкәләп, оҙаҡ асыу һаҡлап йөрөүсәндәр.
Йәшел һәм һорғолт-йәшел күҙлеләр – көслө рухлы, ҡуйған маҡсаттарына ирешеүсән. Хистәре тотороҡло.
 
Фото: flickr.com
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: