+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Ғинуар 2022, 18:15

Быйыл ниндәй маникюр модала?

Сираттағы маникюрға барыр алдынан ошо исемлекте ҡарап сығырға онотмағыҙ, йәме. Әлеге мәлдә ҡайһылары зауыҡлы, килешле булыр икән. Шул хаҡта һөйләшеп алайыҡ әле.

Быйыл ниндәй маникюр модала?
Быйыл ниндәй маникюр модала?

Кире френч

Френч – тыйнаҡлыҡ һәм зауыҡлылыҡ. Бына инде күп йылдар буйы френч ҡатын-ҡыҙҙарҙың иң яратҡан маникюр төрө булып һанала. Хәҙерге ваҡытта француз маникюрын классик вариантта ғына түгел, ә бер ни тиклем башҡасараҡ та яһайҙар. Әйтәйек, френчта әлеге көндә асыҡ төҫтәр, ялтырауыҡтар, рәсемдәр ҡулланалар. Был френч күптән трендҡа әйләнде, тиһәк тә була. Әлеге ҡыш өсөн тап ошо френч варианты тура киләсәк. Эксперименттар яһа, маникюрҙа глиттер (төрлө төҫтәге декоратив, ваҡ итеп киҫелгән йә ыуылған ялтырауыҡтар), втирка (тырнаҡтарға ялтырауыҡ биреү йәки көҙгө эффектын булдырыу өсөн тәғәйенләнгән полимер пигменттың өлөшсәләре) ла ҡулланырға онотма.

Ялтырауыҡтар

Әгәр ҙә күңелегеҙҙә байрам атмосфераһы тыуҙырырға теләйһегеҙ икән. Ялтыр тырнаҡтар был бурысты бик тә уңышлы башҡарасаҡ. Ошо маникюр өсөн бик матур лактар, втирка, глиттер ҡулланырға була. Бындай маникюр менән һиңә ҡарата берәү ҙә битараф ҡалмаясаҡ. Ҡыйыуыраҡ бул!

Ҡараңғы төҫтәр

Өҫтә әйтелгән маникюрҙар оҡшап етмәһә, дөм ҡараңғы лактарҙы тәҡдим итәбеҙ. Һары, ал кеүек төҫтәрҙе яҙға ҡалдырып торайыҡ. Ә бына ҡара ҡыҙыл, шәмәхә, зәңгәр төҫтәрҙе ҡулланып, бик тә гүзәл һәм ҡышҡы маникюр яһап була.

Абстракция

Тырнаҡтарға яһалған рәсемдәр һәр ваҡыт актуаль. Тик был йылғы ҡышта абстракт рәсемдәр беренсе урынды ала. Үҙеңде Малевич йәки Кандинский урынына ҡуйып ҡара. Фантазияңа ирек биреп, тырнаҡтарыңды ысын арт-объектҡа әүерелдер.

Йәш үҫмерҙәргә маникюр

Йәш ҡыҙҙар асыҡ төҫтәр менән эксперимент яһарға ярата. Уларҙың тырнаҡтары һәр ваҡыт башҡаларҙыҡынан айырылып, йәлеп итеп тора. Үҙ маникюрыңда «янып торған» лактар, 3D, 4D эффекттар ҡуллан, тырнаҡтарыңа граффити, мультфильм һәм комикс геройҙарын өҫтәргә лә була.

 

Быйыл ниндәй маникюр модала?
Быйыл ниндәй маникюр модала?
Быйыл ниндәй маникюр модала?
Быйыл ниндәй маникюр модала?
Быйыл ниндәй маникюр модала?
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: