-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Ғинуар 2022, 17:00

Күҙ теймәһен үҙеңә

Күҙ тейеүгә ҡаршы бетеү (талисман) тағып йөрөтөү дөрөҫмө?  Был күренеште инҡар итеп тә булмай бит, уның барлығы ҡәтғи иҫбат ителгән.

Күҙ теймәһен үҙеңә
Күҙ теймәһен үҙеңә

Ә ысынында иһә, күҙ тейеүҙе булдырмау өсөн муйынға, тәнгә, кейемгә төрлә нәмә элеп йөрөү – хаталы эш. Ялтырауыҡлы йәки башҡа шундай күҙгә бәрелеп торған әйберҙе тағыу “кешенең иғтибары шуға тартылып, күҙе тимәҫ” тигән ышаныуҙарға нигеҙләнгән. Был ысул менән балаларҙы яуыз күҙҙән һаҡларға тырышабыҙ. Ләкин күҙ тейеүгә ҡаршы иң яҡшы сара һәм дауа – Ҡөрьән Кәримдән сүрәләр уҡыу. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт һәм уны сәхәбәләре заманында был ысулдың уңышлы ҡулланылғаны мәғлүм. Ғәҙәттә, күҙ тейеүгә ҡаршы “Фәтихә”, “Ихлас”, “Фәләҡ”, “Нәс” сүрәләре, “Аятел Көрси” һәм “Аятел-Көрси” һәм “Ҡәләм” сүрәһенең 51-се аяты уҡыла, тип яҙа “Дин вә мәғишәт”.

Фото: sunhome.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: