Батша заказы буйынса яһалған пасха йомортҡалары айырыуса юғары баһаланған. 1885 – 1917 йылдарҙа Фаберже барлығы ошондай 57 йомортҡа ижад иткән. Тау гәлсәренән яһалып, 3 мең ҙур бриллиант менән биҙәлгән «ҡышҡы йомортҡа» иң ҡиммәтлеһе булып һанала. Күптән түгел Лондонда үткәрелгән аукционда ул 6 миллион долларға һатып ебәрелгән. Әлбиттә, билдәле сәбәп арҡаһында һатып алыусы үҙен танытмаған.
Фото: teni-istorii.mirtesen.ru