-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Февраль 2022, 16:00

Картуф пиццаһы

Был ризыҡты әҙерләү өсөн ҡамыр кәрәкмәй. Уны табала бешерәбеҙ. Беҙгә 5-7 картуф, бер аш ҡалағы ҡаймаҡ, бер йомортҡа, көнбағыш майы, әнис, тоҙ һәм тәмләткестәр кәрәк буласаҡ.

Картуф пиццаһы
Картуф пиццаһы

Ә эслек өсөн 2-3 аш ҡалағы томат пастаһы, бешерелгән ит йәки 150-500 грамм колбаса, 100-200 грамм сыр, 1-2 помидор алабыҙ.

Картуфты таҙартып, эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ, йомортҡа, тоҙ, борос, тәмләткестәр, ҡаймаҡ ҡушып, һәйбәтләп бутайбыҙ.

Артабан табаны көнбағыш майы менән майлайбыҙ. Картуфтың бер өлөшөн һалабыҙ ҙа уртаса утта 15 минут ҡурабыҙ. Шунан алып, айырым һауытҡа бушатабыҙ. Табаға пергамент ҡағыҙы йәйәбеҙ. Әҙер картуф ҡоймағын табаға, ҡурылған яғын өҫ яҡҡа ҡалдырып, кире һалабыҙ. Өҫтөнә томат пастаһы һылайбыҙ. Ҡырылған сыр һибәбеҙ, ваҡлап туралған ит йәки колбаса ҡушабыҙ. Ҡалған сырҙы һибеп, помидор менән биҙәйбеҙ, борослайбыҙ. Ҡапҡасын ябып, уртаса утта 25 минут тирәһе бешерәбеҙ.

Ҡамырһыҙ пицца әҙер ҙә булды. Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: www.intex-press.by

https://vatandash.ru/articles/common_material/2021-12-03/kartuftan-pitstsa-2604665

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: